Йәғәфәров Азамат Фазулла улы
Йәғәфәров Азамат Фазулла улы[1] (2 апрель 1962 йыл — 24 апрель 1982 йыл) — Афған һуғышында һәләк булған яугир, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Биографияһы
Азамат Фазулла улы Йәғәфәров 1962 йылдың 2 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Яңы Монасип ауылында тыуған.
Азамат Фазулла улы тыуған ауылында башланғыс кластарҙа уҡый, уҡыуын Иҫке Монасип урта мәктәбендә дауам итә һәм 1979 йылда тамамлай һәм 1979 йылда шул мәктәптә лаборант була.
Азамат Фазулла улы Йәғәфәров 1980 йылдың 8 апрелендә Совет Армияһы сафына алына. 1980 йылдың июненән Афғанстанда. Ефрейтор дәрәжәһе бирелә, өлкән уҡсы була. Һуғыш ваҡытында үлемесле яралана.
Тыуған ауылында ерләнгән. 2020 йылда мәктәп бинаһында Йәғәфәров Азамат Фазулла улына арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Уның исеме Афғанстанда Башҡортостан Республикаһынан һәләк булыусыларҙың хәтер китабына индерелгән[2].
Маҡтаулы бүләктәре һәм башҡа бүләктәре
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1982)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1982)
- «Рәхмәтле Афған халҡынан» миҙалы.
Сығанаҡтар
- Ягафаров Азамат Фазуллович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 585. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Презентация[3]