Кавардаков Владимир Александрович

Кавардаков Владимир Александрович (22 май 1937 йыл — 22 август 2018 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, 1991 йылдан КПСС-тың Асҡын райкомының беренсе секретары. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] депутаты, Аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған инженеры.

Биографияһы

Кавардаков Владимир Александрович 1937 йылдың 22 майында Башҡорт АССР-ының Асҡын районы Асҡын ауылында тыуған. Милләте рус, юғары белемле — 1966 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын, 1955 йылда, ауыл хужалығы механизацияһы училищеһен тамамлағас, комбайнер булып башлай.

1956—1959 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә була. Армиянан һуң институтта уҡый. Юғары белем алғас, райондың «Сельхозтехника» берекмәһендә өлкән, баш инженер, управляющий, атамаһы үҙгәртелгәндән һуң ремонт-техник предприятиеһе директоры була. 1991 йылдан КПСС-тың Асҡын райкомының беренсе секретары. [1]

Асҡын районы, 157-се Асҡын һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. [2]

Ветеран 2018 йылдың 22 авгусында Асҡын ауылында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы инженеры
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • миҙалдар,
  • Райондың почётлы гражданы (2019, үлгәндән һуң).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар