Кайпаа
Кайпаа (фин. Kaipaa)[2] — 5,5 километрлыҡ Суоярви II — Суоёки араһындағы ғәмәлдә булмаған тимер юл станцияһы. 1926 йылдың ноябренә тиклем станция тупиклы була, һуңынан линия Сулкуярви станцияһына тиклем, ә бер йылдан һуң (16.10.1927) - иҫке Найстенъярви станцияһына тиклем оҙайтыла. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Суоярви I — Найстенъярви участкаһын реконструкциялай башлайҙар, шунан һуң Кайпаа, Сулкуярви, Раясуванто станциялары ябыла, ә Найстенъярви 1400 метр төньяҡҡараҡ күсерелә[3]. Шул уҡ ваҡытта Кайпаа станцияһынан ике километрҙай көньяҡтараҡ яңы Суоярви II станцияһы асыла, ул, башлыса, йөк ташыу өсөн тәғәйенләнә[4].
Тарихы
Башта Суоярви станцияһы тупик сифатында планлаштырыла. Әммә 1924 йылда Суоярви станцияһынан Кайпаа ауыоына тиклем линия оҙайтыла, унда быға тиклем бер нисә йыл элегерәк ағас бысыу һәм фанера заводына нигеҙ һалына. Ошоноң менән бәйле ҙур булмаған станциял ойошторола. 1925 йылда фин архитекторы Туре Адольф Хеллстрём (фин. Thure Adolf Hellstrom)[5] проекты буйынса вокзал бинаһы төҙөлә.
Кайпаа станцияһы йөк ташыу өсөн дә, шулай уҡ пассажирҙар өсөн дә тәғәйенләнә: әлеге ваҡытта Суоярви ҡалаһынан алыҫ райондарына әйләнгән шул уҡ исемле ҡасабаны хеҙмәтләндерә. 1926-27 йылдарҙа Кайпаанан алып Найстеньярвиға тиклем линия асылған, шуға күрә ҙур булмаған йөк станцияһының йәнәш территорияһы ҙур ағас ҡырҡыу кампанияһына әүерелә. Әммә Һуғыш Дауамы ваҡытында станция статусы ябай разъезд кимәленә төшә.
Вокзалы бинаһы мәҙәни мираҫ объекты булып тора, ул хәҙерге мәлдә торлаҡ йорт итеп ҡулланыла[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Приказ Министерства культуры и по связям с общественностью Республики Карелия № 182 от 18.05.2007
- ↑ Ҡалып:Karjalankartat
- ↑ Годы открытия станций на линии Маткаселькя — Найстенъярви на финском сайте vaunut.org.
- ↑ Лист карты P-36-65,66 Суоярви. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г.
- ↑ Iltanen, Jussi. Radan varrella: Suomen rautatieliikennepaikat. — Karttakeskus. — С. 414. — 432 с. — ISBN 978-951-593-214-3.
- ↑ Список объектов культурного наследия (памятников истории и культуры), находящихся на территории Суоярвского городского поселения Суоярвского муниципального района. 2019 йылдың 18 октябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Паспорт станции Кайпаа на railwayz.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 май 2020.
- Финский железнодорожный сайт vaunut.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 май 2020.
- ст. Кайпаа на схеме Кировской железной дороги, 1943 год. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 май 2020.
- ст. Кайпаа на карте РККА с масштабом от 1:2.5М до 1:100К, 1940 год. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 май 2020.
Галереяһы
Һылтанмалар
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |