Камилов Тимур Умарджанович
Тимур Умарджанович Камилов (1977 йылдың 7 ғинуары, Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы) — юрист, шәхси эшҡыуар, йәмәғәтсе. «Акцент» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең техник директоры (2023 йылдан). Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1].
Биографияһы
Камилов Тимур Умарджанович 1977 йылдың 7 ғинуарында Ҡырғыҙ ССР-ының Токмак ҡалаһында тыуған[1].
Ике юғары белемгә эйә: Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһын (1999)[2] һәм Рәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәренең Жуков орденлы Ҡыҙыл Байраҡлы Һарытау хәрби институтын тамамлай<ref>Камилов Тимур Умарджанович. Сайт «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026. (рус.)
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1995 йылда «Дюна-адвокат» адвокат бюроһында адвокат ярҙамсыһы булып башлай.
2004—2005 йылдарҙа «Алтай крайының авария-экология операциялары үҙәге» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә, «Новосибирск өлкәһе авария-экология операциялары төбәк үҙәге» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә етәксе була.
Һуңынан ике йыл дауамында Новосибирск өлкәһенең Граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендә сараларҙы тәьмин итеү буйынса үҙәктең әйҙәүсе белгесе булып эшләй.
2011 йылдарҙа — «Юл бәйләнешенең Себер дәүләт университеты» юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһында бүлек мөдире.
2014—2016 йылдарҙа — директор ООО «Азимут» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры булып эшләй. Артабанғы ике йылда 2017—2018 годах — директор ООО «Строительные решения» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры була.
2023 йылдан — «Акцент» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең техник директоры[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
2023 йылдан «Справедливая Россия – патриоты – за правду» социалистик сәйәси партиянан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Парламентта ошо фирҡә фракцияһы, Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ағзаһы[1].
Ғаиләһе
- Тормош иптәше менән бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан Камилов Тимур Умарджанович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Сведения о кандидатах, зарегистрированных по Нугушскому одномандатному избирательному округу № 52. Газета «Кунгак», официальный сайт (3 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Камилов Тимур Умарджанович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2026)
- Сайт «Депутаты». Камилов Тимур Умарджанович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2026)
- Сведения о кандидатах, зарегистрированных по Нугушскому одномандатному избирательному округу № 52 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2026)