Карел-фин ССР-ының Музыкаль-драма театры (1955—1956)
Карел АССР-ының Музыкаль-драма театры (1956—1968)
Карел АССР-ының дәүләт музыкаль театры (1968—1991)
Карелия Республикаһы музыкаль театры — 1991 йыл
Бина тарихы
1952 йылдаПетрозаводск ҡалаһы үҙәгендәген Киров майҙанында 1936 йылда һүтеп алынған Святодуховский кафедраль соборы урынында театр бинаһы төҙөлә башлай.
Бинаның проекты СССР Мәҙәниәәәт министрлығының «Гипротеатр» архитекторҙары — С. Г. Бродский, А П. Максимов һәм Е. Н. Чечик тарафынан эшкәртелә.[1] Бинааның архитектураһы — Мәскәүҙең Ҙур театрына һәм Санкт-Петербургтың Александра театрына оҡшатып төҙөлә, бинаның һигеҙ порталлы бағаналары бар.
Бинаның тышҡы һәм эске биҙәүҙәре, фасадының фронтонындағы «Халыҡтар дуҫлығы» скульптура композицияһы һәм ярҙамсы ишектәр янындағы скульптуралар СССР-ҙың халыҡ рәссамы, академик Сергей Коненковтың проекты буйынса һәм уның күҙәтеүе аҫтында эшләнгән.
1919—1920 йылдарҙа уҡ Петрозаводск ҡалаһында Камера -музыка театры ғәмәлдә булған була. Был театр Олонец губерна крәҫтиән, эшсе һәм ҡыҙылармеец депутаттары советы башҡарма комитетының халыҡ мәғарифы бүлеге ҡарамағында булған[2].
Үҫеш тарихы
1955 йылдың 20 майында СССР Министрҙар советы ҡарары Рус республика драма театрында Карел-фин ССР-ы музыкаль-драма театры ойошторола.
Музыка труппаһы Петрозаводск ҡалаһына театрҙың беренсе директоры С. П. Звездин тарафынан саҡырылған башлыса ГИТИС-ты тамамлап сығыусыларынан тора. Хор һәм оркестр Петрозаводск музыкаль училищеһын тамамлаусыларҙан ойошторола.
Театр 1955 йылдың 5 ноябрендә Исаак Дунаевскийҙың «Ирекле ел» опереттаһы менән асыла, унда йәштәр музыкаль театры артистары уйнай. Драма труппаһы яңы миҙгелде Николай Погодиндың «Кремль куранттары» пьесаһы менән аса.
Театрҙың беренсе актерҙары араһында — А. Г. Бондаренко, И. С. Гридчина, В А. Клиш, Л. Н. Перевощикова, Н. П. Полагаева, Н. Т. Смотрина, Я А. Страздас, Д. С. Утикеев, Л. Н. Храмов, А И. Шеронов, З. Н. Эстрин, балет солистары — И. Л. Гафт, С И. Губина, Н. А. Катугин, Б. Е. Кириенко, В. Н. Мельников, Е. П. Павлова, Ю. М. Сидоров, С Н. Степанова, Р. И. Шишова һәм башҡалар.
Театрҙың тәүге режиссеры — Л. М. Вилькович, дирижеры — Б Н. Пинский, балетмейстеры — К В. Ставский.
1956 йылда театр Республика рус драма театрының ижади коллетивы һәм музыкаль труппа яңы бинаға күсә. Петрозаводскиҙың яңы театры сәхнәһендә тәүге тапҡыр опера, балет һәм музыкаль комедия күрһәтелә.
Шул уҡ йылда Карел-фин ССР-ҙыКарел АССР-ы тип үҙгәртәләр, шунан һуң театр Карел АССР-ының музыкаль-драма театры .тип атала.
Шул ваҡытта — И. Кальмандың «Монмартр фиалкалары», Б. Александровтың «Малиновкалағы туй», К. Миллекерҙың «Хәйерсе студент», Ю Милютиндың « Чанитаның үбеүе», П. Герпелдең — «Көндәштәр», «Эсмеральда», «Баҡсаһарай фонтаны» һәм башҡа спектаклдәр һәм балеттар күрһәтелә.
1958 йылда балет труппаһы барлыҡҡа килә, улар нигеҙҙә Мәскәү, Пермь, Ленинград хореография училищеларын тамамлап килгән артистарҙан тора.
Карел АССР-ы Министрҙар советы 1968 йылдың 29 апрелендә ҡарар сығара, уға ярашлы КАССР-ҙың Музыкаль-драматик театры ике театрға бүленә: КАССР-ҙың Музыкаль театры һәм КАССР-ҙың Урыҫ драма театры.[3]
1969 йылдың 1 ғинуарынан театрҙар бүленә. Карел АССР-ы Музыкаль-драма театры нигеҙендә урыҫ драма театры һәм музыкаль театр труппалары ойошторола карел асср музыка.[4]
Театр репертуарында бөтә төр музыкаль-сәхнә жанр спектаклдары тора: заманса һәм классик оперетта, музыкаль комедия, мюзикл, опера һәм балет. Театр сәхнәһендә тәүге тапҡыр бик күп карел композиторҙарының әҫәрҙәре донъя күрә.
1955—1977 йылдарҙа театрҙың директоры Звездин Сергей Петрович була[5].
1960—1990 йылдарҙа
1960-сы йылдарҙа театрға дирижер итеп И. Э. Шерман, Ю. Е. Проскуров, балетмейстер итеп И. В. Смирнов саҡырыла. Труппаға артистар — П. А. Паровишник, В. П. Красильников, Р. Л. Сабирова, Е. Г. Флек, О. Б. Королева, В. Н. Матвеев, В А. Матвеева, А Т. Усиченко һәм башҡалар инә.
1990-сы йылдарҙа труппаға Н. М. Болдырев, Л. В. Дементьева, В. И. Дворников, И. И. Елькин, Б Н. Кучинев, Л. А. Ларичева, В А. Недвижай, Л. А. Недвижай, А. П. Пресняков һәм башҡалар килә.
Төрлө йылдарҙа театрҙың төп солистары — Н. В. Гальцина, Л. А. Нивина, В С. Каликин, И. А. Тольская, О. В. Щукарев, Н. Р. Волохович, Б Н. Кучинев, Т. В. Ледовских, В В. Федоров, А И. Иванов һәм башҡалар.
2005 йылдың 5 ноябрендә Музыкаль театрҙың 50-йыллығы билдәләнә. тантананың символы итеп Имре Кальмандың «Монмартр фиалкалары» һайлана. тап ошо оперетта ярты быуат дауамындағы тарихы эсендә сәхнәлә төрлө быуын артистарын берләштерә. Театр асылғандан һуң ярты ай үткәс, режиссер Лев Вилькович спектаклдең үҙ версияһын булдыра. Кирилл Стрежнев икенсе тапҡыр 1981 йылда был опереттаны ҡуя. Ә 2004 йылда режиссер Владимир Подгородинский «Фиалкалар»ҙың үҙ версияһын сәхнәләштерә.[6]
2006—2009 йылдарҙа театр бинаһында капиталь ремонт үткәрелә.
Үҙгәрешһеҙ рәүештә тамашасылар алдында ҙур уңышты түбәндәге спектаклдәр яулап килә — ДЖ. Вердиҙың «Травиата» операһы, Ж. Бизенең "Кармен"ы, П. И. Чайковскийҙың "Евгений Онегин"ы, Дж. Пуччиниҙың «Мадам Баттерфляй», Дж. Россиниҙың «Севильский цирюльник» опералары, П. И. Чайковскийҙың «Щелкунчик» балеты, С. Прокофьевтың «Ромео һәм Джульетта», А. Адандың «Жизель» һәм «Корсар» балеттары,И. Штраустың «Ярғанат» һәм И. Кальмандың «Сильва» оперетталары, Р. Львовичтың балалар өсөн «Ҡара тауыҡ» опера мюзиклы.
Йыл һайын театр сәхнәһендә Карелия Республикаһының «Онежская маска» театраль премияһын тапшырыу тантанаһы үткәрелә, унда Карелия Республикаһы театр коллективтарының иң яҡшы эштәре билдәләнә.
Войцеховская А. В. Театры Карелии: указатель литературы (1945—1960 гг.). — Петрозаводск, 1962 (полный текст)
Государственный музыкально-драматический театр Карельской АССР. — Петрозаводск, Госиздат КАССР, 1959. — 78 с. с илл.
Звездин С. П. Государственный музыкально-драматический театр Карельской АССР. — Петрозаводск, Госиздат КАССР, 1959. — 48 с.
Колосенок С. Театр нашего города / С. Колосенок. — Петрозаводск: Карелия, 1972.
Смирнов И. В. …танцует Карелия : заметки и размышления балетмейстера / И. В. Смирнов; авт. вступ. ст. Р. Захаров. — 2-е изд., испр. и доп. — Петрозаводск : Карелия, 1981.
Государственный Музыкальный театр Республики Карелия / М-во культуры Респ. Карелия; [сост. Е. Сотникова; дизайн: В. Наконечный]. — Петрозаводск : Файн Лайн, 1995.
Генделева Ю. Д. Музыкальный театр Карелии : очерк истории / Юлия Генделева. — Петрозаводск : ПетроПресс, 2009.
Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. Т. 2: К — П. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2009. С. 248—464 с.: ил., карт. ISBN 978-5-8430-0125-4 (т. 2)