Карел Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы

Карел Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы (КАССР, фин. Karjalan autonominen sosialistinen neuvostotasavalta, KASNT) — РСФСР составындағы автономиялы республика, 5 декабрь, 1936 йылдан алып - 31 март, 1940 йылға тиклем һәм 16 июль, 1956 йылдан алып - 13 ноябрь, 1991 йылға тиклем йәшәгән республика .

Баш ҡалаһы — Петрозаводск.

Тарих

1936 йылдың ноябрендә Советтарҙың XI ғәҙәттән тыш съезы СССР-ҙың яңы Конституцияһын тикшерергә саҡырыла. Съезд 1936 йылдың 16 ноябрендә эш башлай һәм 1937 йылдың июненә тиклем эшен дауам итә. 1936 йылда СССР Конституцияһы ҡабул ителеү менән— 1936 йылдың 5 декабрендә Автономиялы Карел Совет Социалистик Республикаһы Карел Автономиялы ССР-ы (КАССР) тип үҙгәртелә.

16-17 июнь 1937 йылда XI съезд Советтарҙың Бөтә Карел Ғәҙәттән тыш съезы Всекарельский Карел АССР-ының Конституцияһын раҫлай, конституцияның айырым һәр бер статьяһы тауышҡа ҡуйыла һәм өс телдә — урыҫ, карел һәм фин телендә уҡыла. Карел АССР-ының гербы һәм флагы рус, карел һәм фин телендә башҡарыла.

Карел АССР-ы конституцияһы Карел АССР-ы Юғары Советын юғары закондар сығарыу органы итеп ҡабул итә.

1938 йылдың апрелендә Кандалакша ҡала статусын ала, ә 1938 йылдың майында Карел АССР-ы составынан Кандалакша районы бүленеп сыға һәм Мурманск өлкәһенә[1] ҡушыла

undefined
undefined

Совет-фин ҡышҡы һуғышынан һуң Финляндия территорияһының бер өлөшө, атап әйткәндә, Выборгский губернаһы территорияһы һәм община һәм Салла менән Куусамо общиналары территориялары Карел АССР-ына ҡушыла һәм 31 март, 1940 йылда ҡала Карел-Фин ССР-ына ҡушыла — йәғни, СССР составындағы союздаш республикаға әйләнә. Артабан да был республика илдә барған үҙгәрештәр арҡаһында төрлө исемдәр аҫтында йөрөй, ул халыҡ хужалығын үҫтереүҙәге уңыштары өсөн Ленин ордены ( 1956 йыл) һәм илдәге төрлө юбилейҙар айҡанлы Октябрь революцияһы ордены (1970 йыл), Халыҡтар дуҫлығы ордены (1972 йыл) менән бүләкләнә.

КАССР составы (1991 й.)

  • Беломорский районы (1927-1991).
  • Калевальский районы (1927-1940, 1956-1962, 1967-1991).
  • Кемский районы (1927-1940, 1956-1991), 1962-1965 йй.
  • Кондопожский районы (1927-1940,1956-1991), 1940 194 ,1944-1956 .
  • Лахденпохский районы (1970-1991).
  • Лоухский районы (1927-1940, 1956-1962, 1965-1991), 1940-1941, 1945-1956.
  • Медвежьегорский районы (1927-1940, 1956-1991)
  • Муезерский районы (1967–1991).
  • Олонецкий районы (1927-1940, 1956-1991), 1940-1941, 1962-1965 йй.
  • Питкярантский районы (1956-1957, 1967-1991
  • Прионежский районы (1927-1931, 1935-1940, 1956-1991
  • Пряжинский районы (1930-1940, 1956-1962, 1965-1991).
  • Пудожский районы (1927-1940, 1956-1991),
  • Сегежский районы (1927-1929, 1956-1991),
  • Сортавальский районы (1956-1962, 1965-1991).
  • Петрозаводск — республика ҡарамағындағы ҡала.
  • Костомукша (1983-1991) — республика ҡарамағындағы ҡала.
  • Сортавала (1970-1991) — республика ҡарамағындағы ҡала[2].

Иҫкәрмә

  1. Муниципальный район Кандалакшский район. Архивировано 10 июль 2012 года. 2012 йылдың 10 июль көнөндә архивланған.
  2. КГАНИ. Путеводитель. М., 2003. С.29-62; ЦГА КАССР. Путеводитель. Петрозаводск, 1963. С.313-318.

Әҙәбиәт

  • Карельская АССР. Природа. Хозяйство. — Петрозаводск, 1986. — 278 с.
  • Максимов В. А. Советская Карелия, 1917—1987: Цифры и факты. — Петрозаводск, 1987. — 271 с.
  • История Карелии с древнейших времён до наших дней / Науч. ред. Н. А. Кораблёв, В. Г. Макуров, Ю. А. Савватеев, М. И. Шумилов — Петрозаводск: Периодика, 2001. — 944 с.: ил. ISBN 5-88170-049-X

Һылтанмалар