Карл Людвиг, Австрия эрцгерцогы
Карл Людвиг Иосиф Мария Австрийский (нем. Ludwig Karl Joseph Maria von Österreich; 30 июль 1833 йыл, Вена — 19 май 1896 йыл, Вена) — Габсбургтар династияһы Австрия эрцгерцогы, үлтерелеүе Беренсе донъя һуғышы башланыуына сәбәп булған Франц Фердинандтың атаһы [1].
Биографияһы
Карл Людвиг Шёнбрунн һарайында Венала тыуа. Эрцгерцог Франц Карл һәм София Баварскаяның улы. Уның ағалары араһында — Австрия императоры Франц Иосиф һәм Мексика императоры Максимилиан I.
Ағаһының улы кронпринц Рудольф үлгәндән һуң, ул Австро — Венгрия тәхете вариҫы була, әммә бер нисә көн үтеүгә ошо хоҡуғын үҙенең улы Франц Фердинандҡа бирә[2]. Ләкин вариҫтың тәхеттәи ситтән тороп баш тартыуы Австрия закондарына ярашлы хоҡуҡи көскә эйә булмай, тәхеттән баш тартырға ғәмәлдәге император (мәҫәлән, Фердинанд I кеүек) йәки тәхетте тапшырған саҡта беренсе сиратта торған вариҫ (уның атаһы Франц Карл кеүек) булырға тейеш булған. Шулай итеп, 1889 йылдан алып 1896 йылға тиклем ул Австрия тәхете вариҫы булып һанала.
Ғаиләһе
Карл Людвиг өс тапҡыр өйләнгән була. 1856 йылда ул Саксония короле Иоганндың ҡыҙы Маргарита Саксонскаяны (1840—1858) ҡатынлыҡҡа ала. Ул ике йылдан вафат була, балалары булмай.
Икенсе тапҡыр ул 1862 йылда Ике Сицилия короле Фердинанд II ҡыҙы Мария Аннунциатаға (1843—1871) өйләнә. Балалары:
- Франц Фердинанд (1863—1914);
- Отто Франц (1865—1906);
- Карл Фердинанд (1868—1915);
- Маргарита София (1870—1902), Филипп Вюртембергскийҙың улы Альбрехт Вюртембергский ҡатыны.
Уның өсөнсө ҡатыны 1873 йылда ҡатынлыҡҡа алған Португалия короле Мигелдең ҡыҙы Мария Тереза Браганса (1855—1944) була. Ул уға ике ҡыҙ бала тыуҙыра:
Вафаты
Мысыр һәм Палестинаға сәйәхәт ҡылған саҡта Карл Людвиг Иордан йылғаһынан һыу эсә һәм ауырып китә. 1896 йылдың 19 майында ҡорһаҡ тифынан үлә.
Ата — бабалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Franz Ferdinand, Archduke of Austria.» Encyclopedia of World Biography. Vol. 29. Detroit: Gale, 2009. Gale Biography In Context. Web. 18 May 2012.
- ↑ The Crown Prince’s Successor, New York Times (2 февраль 1889).
Әҙәбиәт
- Constantin von Wurzbach. Biographisches Lexikon des Kaiserthums Oesterreich. — W.: L. C. Zamarski, 1860. — Т. 6. — С. 395–397.
- Oscar Criste. Allgemeine Deutsche Biographie. — Lpz.: Duncker & Humblot, 1906. — Т. 51. — С. 53–56.