Карнавал төнө (фильм)
«Карнавал төнө» (рус. Карнавальная ночь) — режиссер Эльдар Рязановтың 1956 йылда төшөргән совет музыкаль комедияһы. Был уның ҙур экранға сыҡҡан тәүге үҙ аллы нәфис фильмы һәм Людмила Гурченконың («Хәҡиҡәт юлы» (рус. «Дорога правды») фильмында дебюттан һуң) икенсе роле. Фильм 1956 йылда совет кинопрокатында тәүге урында яулай. Һатылған билеттарҙың дөйөм һаны 48,64 миллион тәшкил итә.
Сюжеты
Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре йыл һайын уҙғарылған сараға — яңы йыл балына әҙерләнә. Күңел асыу программаһына яңғыҙ, бейеү һәм цирк номерҙары, шулай уҡ джаз оркестры, күҙ быуыусы һәм кәмитселәр сығыштары инә. Мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнгән Серафим Иванович Огурцов программа менән танышып сыға һәм уны хупламай. Ул үҙенең ентекле, стандарт-бюрократик, «етди», ул саҡта әйткәнсә, юғары кимәлдәге идея-сәйәси, докладсы һәм лектор-астроном сығыштары ингән программаһын тәҡдим итә. Музыкаль номерҙарға килгәндә, иптәш Огурцов классик музыка шулай уҡ йыр һәм бейеү ансамблендәге өлкән музыканттарҙың сығышы менән сикләнергә тәҡдим итә.
Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең береһе лә бынан алда төҙөлгән программаны үҙгәртергә, унан да бигерәк уны ошондай күңелһеҙ һәм ҡоро сараға алмаштырырға теләмәй. Огурцовтың иғтибарын ситкә йүнәлтеү өсөн, төрлө хәйләләр ҡулланалар, яңылыштыралар һәм уның пландарын тормошҡа ашырыуға ҡамасаулау өсөн, мөмкин булғандың барыһын да эшләп, улар бер-бер артлы алдан билдәләнгән күңел асыу номерҙарын башҡара һәм Яңы 1957 йыл килеүен күңелле байрам итә.
Фильмда ҡатнашалар
- Игорь Ильинский — Серафим Иванович Огурцов — мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын башҡарыусы
- Людмила Гурченко — Леночка Крылова — Яңы йыл карнавалын ойоштороусы
- Юрий Белов — Гриша Кольцов — электрик
- Георгий Куликов — Серёжа Усиков — рәссам
- Сергей Филиппов — Никадилов — «Белем» йәмғиәте лекторы"
- Ольга Власова — Аделаида Кузьминична Ромашкина — китапхана мөдире
- Андрей Тутышкин — Фёдор Петрович Миронов — бухгалтер
- Тамара Носова — Тося Бурыгина — Огурцовтың секретаршаһы
- Геннадий Юдин — йәштәр оркестры дирижёры
- Борис Петкер — Николай Сидоров — мәҙәксе Топ
- Владимир Зельдин — Николаев — кәмитсе Тип
Мәҙәни әһәмиәте
Фильм 1957 йыл алдынан экранға сыға һәм яңы башланған сәйәси үҙгәрештәрҙең кинематографик символдарының береһенә әүерелә.
Һуңынан Рязанов:
| «Карнавал төнө» тураһында миңә нимә генә әйтмәнеләр, йәнәһе, был әшәке, бик насар сценарий, ә картина бөтә рекордтарҙы уҙып китте[1]. |
тип иҫкә ала.
Режиссёр Александр Орлов замандаштарының фильмды ҡабул итеүе тураһында былай тип һөйләй:
Ошо картина менән тормошобоҙға үтеп ингән яҡтылыҡ, шатлыҡ һәм юмор ташҡыны хәтеремдә. Фильм айырыуса провинцияла йәшәүсе кешеләр өсөн ысын ваҡиға булды. Ул Сталин дәүеренең тамамланыуы менән, хәҙер тормошобоҙ мотлаҡ яҡшыға үҙгәрер тигән өмөт менән бәйле ине. Гурченко һәм Белованың геройҙары финалда юҡҡа ғына: «Бәхет… Ул буласаҡмы?» — «Мотлаҡ буласаҡ!» — тимәй[2]
Музыка белгесе Александр Резник шулай тип билдәләй: «Карнавал төнө» арҡаһында джаз, шансон, танго һәм фокстрот, «салон» романстары «сереп барыусы Көнбайыш» атрибуттары тип иҫәпләнеүҙән туҡтай. Фильм совет сәхнәһенең тиҙ яңырыуына этәргес бирә…[3]
Спин-офф һәм дауамы
1969 йылда «Иҫке таныш» (рус. Старый знакомый) спин-офф сыға, унда Серафим Иванович Огурцов (Игорь Ильинский), квалификацияны күтәреү курстарын тамамлап, ҡала паркын планлаштырыу буйынса эш менән мәшғүл. Фильмда шулай уҡ лектор Никадилов (Сергей Филиппов) һәм Тося (ниңәлер, Ляля ҡушаматлы) (Тамара Носова) бар.
1996 йылда Евгений Гинзбург «Карнавал төнө-2» (рус. Карнавальная ночь-2) телеконцернын төшөрә, уның сюжеты төп нөсхәгә нигеҙләнә. Әгәр «Карнавал төнөндә» бер генә кире персонаж (Огурцов) булһа, хәҙер уларҙың икәүһе — клуб директоры (Юрий Стоянов) һәм режиссер-ҡуйыусы (Илья Олейников).
50 йылдан һуң, 2007 йылда, Эльдар Рязанов дауамын — «Карнавал төнө 2, йәки 50 йылдан һуң» (рус. Карнавальная ночь 2, или 50 лет спустя) фильмын, төшөрә. Унда Людмила Гурченко һәм Владимир Зельдин ҡатнаша. Был юлы фильмдың төп кире геройыы — Огурцовтың уҡыусыһы Кабачков әфәнде (Сергей Маковецкий).
Әҙәбиәт
- Ласкин, Б. С. Карнавальная ночь / Б. С. Ласкин, В. С. Поляков. — М. : Искусство, 1957. — 74 с. — 8000 экз.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Управление Художественного Свиста: обсуждение сценария «Берегись автомобиля» в Кинокомитете. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2022. Архивировано 11 ғинуар 2022 года.
- ↑ Людмила Грабенко. На актёра Юрия Белова донесли в органы… Архивная копия от 22 декабрь 2015 на Wayback Machine // «Бульвар Гордона», 30.07.2010
- ↑ Богом поцелованный мелодист — Статьи — Литературная газета
Һылтанмалар
- «Карнавальная ночь» на сайте «Энциклопедия отечественного кино»
- «Карнавальная ночь» Архивная копия от 6 декабрь 2013 на Wayback Machine на сайте «Мосфильма»
- Румынский постер фильма Архивная копия от 12 май 2015 на Wayback Machine
- Воспоминания Эльдара Рязанова о «Карнавальной ночи» Архивная копия от 19 декабрь 2019 на Wayback Machine