Карнавал төнө 2, йәки 50 йыл үткәс
Карнавал төнө 2, йәки 50 йыл үткәс (рус. Карнавальная ночь 2, или 50 лет спустя) — режиссер Эльдар Рязановтың комедия-музыкаль фильмы, 1956 йылда төшөрөлгән «Карнавал төнө» фильмының 50 йыллығына арналған. Ниндәйҙер кимәлдә төп нөсхәнең ремейкы һәм дауамы ла булып тора.
Фильм 2006 йылдың октябренән декабренә тиклем төшөрөлгән. Телевидениела тәүге тапҡыр 2007 йылдың 1 ғинуар кисендә күрһәтелә[1].
Сюжеты
Эльдар Рязанов үҙе яҙған сценарий буйынса «Карнавал төнө 2, йәки 50 йылдан һуң» фильмын төшөрөү тәҡдиме менән Ярты быуат элек «Карнавал төнө» фильмы төшөрөлгән мәҙәниәт һарайына килә. Был вазифала Огурцовты алмаштырған яңы директор Сергей Сергеевич Кабачков ҡәтғи ҡаршы килә һәм Рязановтың үтенесен кире ҡаға, сөнки шул уҡ исемдәге Яңы йыл концертына әҙерлек бара, ул илдең Төп телеканалы аша тапшырыласаҡ һәм номерҙарҙы үҙе һайлай. Концертты ойоштороусылар Алёна Крылатова һәм Денис Колечкин, кире ҡағыу тураһында белеп ҡалалар һәм актёрҙарҙың сығыштары Кабачковтыҡына түгел, ә Рязановтың программаһына тап килерлек итеп төҙөргә хәл итәләр.
Көтмәгәндә тағы бер хәл асыҡлана — Кабачковтың баш-баштаҡлығына концерттың өҙөлөү ҡурҡынысы өҫтәлә. Баҡтиһәң, мәҙәниәт һарайының бөтә бинаһын ниндәйҙер миллионер һатып алған икән. Ул — Кабачковтың элекке танышы Колян. Хәҙер ул Дәүләт думаһы спикеры урынбаҫары, эре инвестор һәм күсемһеҙ милек һатып алыусының ярҙамсыһы булып китә. Директорҙың үҙенең элекке дуҫы булыуын белгәс тә, ул шарттарын үҙгәртмәй: бинаны Яңы йылға тиклем бушатылырға тейеш. Кабачков үҙе Колянды концертты өҙмәҫкә күндерергә тырыша, сөнки бөтә илгә данлыҡлы артистар йәлеп ителгән. Ләкин Коляндың аҡсаһы үҙ эшен башҡара, һәм Кабачков концертты төнгө сәғәт икелә туҡтатырға вәғәҙә бирергә мәжбүр була. Артабан Яңы йыл алдынан илле йыл элекке ваҡиғалар ҡабатлана: концерт үҙ яйы менән дауам итә, директор бәҙрәфтә бикле, ә уның концерт уҙғарыуға ҡамасаулаған һәр тырышлығы сираттағы кәмһетеү менән генә тамамлана.
Кинотаҫманың кульминацияһы — Мәҙәниәт һарайы бинаһын азат итеү өсөн Колян ебәргән ОМОН-дарҙың сәхнәлә күренеүе. Концертты туҡтатыу мөмкин түгеллеген аңлап, Колян егеттәренә концертты тағы ла бер сәғәткә оҙайтырға ҡуша. Артабан капитан ОМОН-дарҙы ҡайтара һәм, түҙмәйенсә, үҙе лә тамашала ҡатнашырға сәхнәгә сыға, һәм концерт уңышлы тамамлана. Барыһы менән дә талашып, Колян байрамдан сығып китергә мәжбүр була. Кабачков, хәҙер Рязановтың программаһын хуплау — иң яҡшы ҡарар икәнен аңлап, уны хуплай һәм һуңынан был донъяла кәрәкле кеше, уның сәркәтибе Маша, булыуын иҫенә төшөрә.
Фильм һуңында Кабачков Огурцовтың иҫке фильмдағы билдәле әйтемен ҡабатлай: «Бында булып үткән хәл-ваҡиғалар өсөн мин яуаплы түгел», — ти, һәм үҙенән: «Быларҙың барыһы ла Рязановтың эше», — өҫтәй.
Ролдәрҙә
|
|
Тәнҡит
Фильм башлыса кире баһа ала.
«Кем яҡшы артист, ә кем насар, ҡайҙа етди номер, ә ҡайҙа бөгөнгө эстрадаға пародия һәм заманса шоу-бизнес әхлаҡтарынан мыҫҡыл итеү килеп сыға. <…> …һәм шул уҡ Николай Николаевич Дроздов шағирә-стоматологты ла, оригиналь бард-сантехникты ла берҙәй һоҡланып алҡышлай.».
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Рязанов Э. А. Грустное лицо комедии, или Наконец подведённые итоги. — М.: ПРОЗАиК, 2010. — 640 с. — ISBN 978-5-91631-061-0.
- ↑ Обыкновенное чу… то есть шоу. // Известия (12 ғинуар 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 май 2018. Архивировано 24 май 2018 года.