Дроздов Николай Николаевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Дроздов Николай Николаевич
Nikolay Drozdov in Australia 2.jpg
Тыуған көнө 20 июнь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1] (87 йәш)
Тыуған урыны
Ил
Ғилми даирәһе Биогеография, зоогеография, зоология, экология
Эшләгән урыны
Альма-матер МДУ-ның география факультеты
Ғилми дәрәжәһе биология фәндәре докторы
Ғилми исеме профессор
Ғилми етәксеһе Воронов Анатолий Георгиевич
Награда һәм премиялары
Сайт николайдроздов.рф
Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Дроздов Николай Николаевич (20 июнь 1937 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-зоологы һәм биогеографы. Биология фәндәре докторы, Мәскәү дәүләт университетының география факультеты профессоры (2000). «Хайуандар донъяһы» телевизион тапшырыуҙы алып барыусы (1977—2019), сәйәхәтсе һәм фәнде популярлаштырыусы , Рәсәй телевидение Академияһының ағзаһы (1996), йәмәғәт эшмәкәре һәм тәбиғәтте һаҡлауҙы пропагандалаусы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2018 йыл), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премияһы лауреаты (2017 йыл), «Гәлсәр компас» милли премияһының Эксперт кәңәшмәһе ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Николай на руках у матери, слева — дед Сергей Иванович, справа — отец с братом Сергеем, 1940 г.

1937 йылдың 20 июнендә Мәскәүҙә тыуа.

Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png Н. Н. Дроздов на сайте История России в фотографиях.

Атаһы — Николай Дроздов Сергеевич (1902—1963), 2-се Мәскәү медицина институтынын органик химия кафедра профессоры Атаһы яғынан ике туған олатаһы — Филарету митрополиты (Дрозд)[3], дәрүиш 1994 йылда урыҫ православие сиркәүе изгеләре рәтенә индерелгән.

Әсәһе — Дрейлинг Надежда Павловна (1906—1993), Мәскәүҙең 5-се ҡала дауаханаһының табип-терапевты. Әсәһенең олатаһы — фон Дрейлинг Иван Романович[3], боронғо тироль була, ә аҙаҡ — рәсәй дворян нәҫеле. Ул кирасир гвардия офицеры булып, 17 йәшендә Бородино алышында ҡатнша, фельдмаршал М. И. Кутузовтың ординарецы, ә һуғышып Парижға барып еткән, II дәрәжә Изге Анна һәм Владимир IV дәрәжә ордендары менән бүләкләнә, хәрби хәрәкәттәрҙе ентекле алып барған көндәлектәре, ҡулъяҙма рәүешендә Тарихи музейҙа һаҡланған. «1812 йыл. Урыҫ армияһы яугирҙары иҫтәлегенә» исемле китап булып баҫылып сыға.

Мәктәпкә уҡыған ваҡытында Николай Рязань өлкәһе Рыбонов районындағы ат заводында көтөүсе булып эшләнгән. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Мәскәү дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә[4].

Мәскәү дәүләт университетының биофагыңың икенсе курсынан киткәндән һуң, тегеү фабрикаһында[5] эшләп китә. Тәүҙә өйрәнсек, аҙаҡ ирҙәр кейеме тегеү буйынса 7 разрядлы мастерға етә.

1952 — 1955 йылдарҙа П. П. Смолин етәкселегендәге ВООП биология түңәрәге эшендә әүҙем ҡатнаша. Борис Виленкин, Петр Втой, Юрий Пузаченко, Ольга Шохина, Михаил Черняхов, Леонид Лисовенко һәм Злотин Романдар менән бергә, улар был түңәрәктең икенсе быуын сағыу вәкиле булалар[6].

1956-1957 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһында ул В. П. Потемкин исемендәге Мәскәү ҡалаһы педагогия институтының Тәбиғәт факультетында уҡый, икенсе курстан МДУ -ның география факультетына күсә.

1963 йылда Мәскәү дәүләт университетының география факультетының биогеография кафедраһын тамамлап, 1966 йылға тиклем шунда аспирантурала уҡый.

Фәнни һәм йәмәғәт эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1968 йылда «СССР -ҙың ҡоро климатлы (аридные) өлкәләрендә культуралы ландшафтлары һәм уларҙың орнитофаунаһы» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған. Шул ваҡыттан алып Мәскәү дәүләт университетының география факультетының биогеография кафедраһында эшләй — тәүҙә башланғыс, һуңынан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1979 йылдан — доцент, 2017 йылдан профессор булған. Экология орнитология, тәбиғәтте һаҡлау, донъя биогеографияһы курстарын уҡый; лекциялар менән даими сығыш яһай.

1968 йылда популяр телевизион тапшырыу «Хайуандар донъяһында» беренсе тапҡыр сығыш яһай. Был тапшырыуҙың алып барыусыһы, А. М. Згуриди менән уны А. Г. Банников[7] таныштыра. Һуңыраҡ «Ҡара тауы», «Рик-Территориаль-Тави» һ. б хайуандар тураһындағы фильмдарҙың фәнни консультаты була. 1977 йылдан был программаның алып барыусыһы булған.

1971 — 1972 йылдарҙа Австралияның милли университетының зоология факультетында 10 айлыҡ ғилми стажировка үтә. Австралияның бик күп ерҙәрен арҡырыға-буйға үтә һәм был сәйәхәтен «Бумеранг осошо» китабында тасуирлай.

Н. Н. Дроздов в Заире, 1975 год

1975 йылдан Халыҡ-ара тәбиғәтте һәм тәбиғи ресурстарҙы һаҡлау союзының ХII Генераль ассамблеяһында совет делегацияһы составында эшләй. МСОП-тың милли парктар буйынса комиссия ағзаһы булып һайлана. Заирҙың көнсығыш өлөшөндә һәм Вирунг һәм Кахузи-Бьегтың милли парктарында була. СССР-ҙан килгән зоологтар төркөмөнә тәүге тапҡыр тәбиғәттә тау йәки көнсығыш горилларҙы күрергә насип була. Сәйәхәт тураһындағы фотоһүрәт һәм отчет "Тәбиғәт"жураналында[8][9].баҫылып сыға.

Шул уҡ 1975 йылда Һиндостанда йөрөгәндән һуң, Дроздов вегетариан булып китә.

СССР территорияһында күп һанлы фәнни экспедицияларҙа ҡатнаша: (Камчатка, Алыҫ Көнсығыш, Куриль утрауҙары, Памир, Тянь-Шань, Ҡараҡомға тиклем барып етә. 1979 йылда Эльбрус түбәһенә күтәрелгән.

1980 йылда СССР Фәндәр академияһының «Каллисто» ғилми-тикшереү судноһында Фиджи, Тонга һәм Самоа утрауҙарында, «Экосистема» АН СССР милли проекты буйынса « Утрауҙарҙың экосистемаһын һаҡлау һәм ресурстарын рациональ ҡулланыу» темаһы буйынса 4 айлыҡ экспедицияла була.

1993 һәм 1995 йылдарҙа Рәсәй боҙватҡысы «Ямал»да (Ҡотоп һәм Төньяҡ диңгеҙ юлы буйлап) һәм карап «Дискаверер»ҙа (Аляска яры буйлап һәм Канадала) экспедицияла була.

1996 йылдан БМО.Генераль секретарь ҡаршыһындағы тотороҡло үҫеш буйынса Юғары консультатив ағзаһы.

2002 йылда Халыҡ-ара экспедиция составында Төньяҡ ҡотопҡа төшә һәм бер аҙна боҙ лагеры «Барнео» та йәшәй., Шул уҡ йылда милли премия — "Гәлсәр компас"тың эксперт кәңәшмәһе ағзаһы була.

2000 йылда Петрозаводск ҡалаһында диссертация яҡлай (диссертация текстһыҙ эш йыйылмаһы буйынса) биология фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн "Фауна, хайуандар төбәген һәм биологик төрлөлөктө Ер шарының ҡоро (аридный) региондарында һаҡлау.

2014 йылда РФ Йәмәғәт палатаһына 5-се саҡырылыш (2017 буйынса)[10] һайланған. Халыҡ-ара йәмәғәт хәрәкәтенең Йәмәғәт советы « Беҙ Рәсәйҙе яратабыҙға»[11] ингән.

Йәмәғәт эше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылда урман ҡурсаулығын — Химки районындағы киҫеүгә ҡаршы булған протесты хуплап сыға.

2012 йылда тәбиғәтте һаҡлауға булышлыҡ итеүсе[12].ойошмаларҙы һәм кешеләрҙе яҡлап сыға.

Предстоятель РПЦ менән тығыҙ бәйләнештә тора.

2014 йылда хайуандарҙы, уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлау һәм яҡлау кәрәклеге өсөн сығыш яһай. Күп йылдар тәбиғәтте һаҡлау буйынса Ватан һәм халыҡ-ара ойошмалар менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә.

Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуын хупланы.

Парк директоры «Тайган» Зубков Олегты[13].эҙерләкләүҙе ғәйепләне.

Цирк сәнғәтен ярата, һәм хайуандарҙың цирк тамашаһында ҡатнашыуын хуплай.[14]

Телевидение һәм радиолағы эше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1977—2018 — «Хайуандар донъяһы» телетапшырыуҙар программаһын алып барыусы.

1996 йылда Рәсәй телевидениеһы Академияһының ағзаһы итеп һайлана. Шул уҡ йылда «Хайуандар донъяһы» программаһы "ТЭФИ"премияһына лайыҡ булды, «Иң яҡшы мәҙәни-ағартыу программаһы»[15] була.

Бик күп хайуандар һәм тәбиғәт тураһында телефильм, видеофильмдарҙың авторы һәм авторҙашы: «Ҡыҙыл китап биттәренән», «Һирәк хайуандар», «Биосфера эталондары» сериялары (ЮНЕСКО-ның заказдары буйынса эшләй).

На XII Международном кинофоруме «Вместе» в Севастополе, 2011 год

2000 йылдар башында-уртаһында BBC фильмдарын «Тере тәбиғәт» циклынан «Беренсе канал» өсөн тәржемә итә һәм тауышландыра. ВВС тәбиғәт тарихи бүлеге менән берлектә ойошторолған иң ҙур эше — 6-сериялы «Урыҫ айыуының батшалығы» (1988—1992).

Күп тапҡыр Бөйөк Британия һәм Италия кино һәм телефестивалдәрендә тәбиғәт һәм хайуандар тураһында фәнни-популяр фильмдарының жюри ағзаһы була.

2003 һәм 2004 йылдарҙа реалити-шоуҙа «Һуңғы герой» (дүртенсе һәм бишенсе миҙгел)[16] «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» махсус сығарылышында ҡатнаша, 1 апрель 2005 йылда («Беренсе каналдың» эфирға сығыуына 10 йыллығына ҡарата), ул йылдарҙағы алып барыусылар командалары составында[17], шулай уҡ КВН (Юғары лигаһының икенсе ярым финалына тиклем, көҙ 2014 йыл)[18].

2005 йылда Никас Сафроновтың менән реалити-сериалда «Рублевка. Live» (НТВ) төшкән.

2008 йылда «Беренсе каналда „Донъяла кеше“ программаһын алып бара, әммә ул оҙаҡ йәшәмәй, сөнки кире эмоциялар һәм тәнҡит тыуҙыра[19].

2014 йылда» Балалар радиоһында"« Урман әлифбаһы» программаһын алып бара, Н.Сладкованың тәбиғәт тураһында хикәйәләрен уҡый.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1992 — награждён «Золотой пандой» («Зелёный Оскар») «3а выдающееся достижение» на крупнейшем кинофестивале фильмов о природе в городе Бристоле (Великобритания).
  • 1995 — Лауреат премии ЮНЕСКО в области популяризации науки «Калинга» за 1994 год, обладателем серебряной медали ЮНЕСКО имени Альберта Эйнштейна[20].
  • 1998 — награждён Почётным дипломом Всемирного фонда охраны природы «3а выдающийся вклад в дело охраны природы в России и во всём мире».
  • 2008 — лауреат медали «Символ Науки».
  • 2003 — Серебряная медаль имени академика В. Ф. Уткина, «За создание Рязанского землячества в Москве и большой вклад в его деятельность в интересах развития Рязанской области»
  • 2006 — Орден Почёта (27 ноября 2006 года) — за большой вклад в развитие отечественного телерадиовещания и многолетнюю плодотворную деятельность[21]
    Награждение коллектива программы «В мире животных» Золотой медалью РГО им. Ю. А. Сенкевича,

    27 апреля 2018 года
  • 2006 — Наградное холодное оружие — офицерский кортик
  • Почётный диплом Всемирного фонда охраны природы «За выдающийся вклад в дело охраны природы в России и во всём мире»
  • 2007 — Почётный гражданин Рязанской области — за значительный вклад в решение задач духовного и культурно-образовательного развития Рязанской области[22]
  • 2010 — Большая Константиновская медаль Русского географического общества (вручена впервые за 80 лет, как сувенир, без статуса награды)
  • 2011 — Орден «За заслуги перед Отечеством» IV степени (16 ноября 2011 года) — за большие заслуги в развитии отечественного телерадиовещания и многолетнюю плодотворную деятельность
  • 2011 — Золотая медаль имени Льва Николаева — за существенный вклад в просвещение, популяризацию достижений науки и культуры
  • 2012 — Орден святителя Макария, митрополита Московского, II степени
  • 2015 — Почётный знак «За заслуги в развитии печати и информации» (26 ноября 2015 года, Межпарламентская ассамблея СНГ) — за значительный вклад в формирование и развитие общего информационного пространства государств — участников Содружества Независимых Государств, реализацию идей сотрудничества в сфере печати и информации
  • 2017 — Орден святителя Макария, митрополита Московского, I степени
  • 2017 — Медаль ордена «За заслуги перед Чувашской Республикой» (23 июня 2017 года)[23]
  • 2017 — Крест Александра Благословенного Фонда «Имперское наследие»[24]
  • 2017 — Премия Правительства Российской Федерации в области средств массовой информации (13 декабря 2017 года) — за особый вклад в развитие средств массовой информации, бессменное ведение телепередачи «В мире животных»[25]
  • 2018 — Заслуженный журналист Российской Федерации (27 декабря 2018 года) — за заслуги в развитии отечественной журналистики и многолетнюю плодотворную работу

Дәрәжәһе һәм ойошмаларҙа ағзалығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1989 — включён в Почётный список ведущих экологов и специалистов по охране окружающей среды всех стран мира «Глобал-500» ЮНЕП.
  • С 2001 года действительный член Российской академии естественных наук (РАЕН)
  • С 2002 года действительный член Российской экологической академии (РЭА)
  • Член Российской академии телевидения (АРТ)[26]
  • Член Международной Академии Меценатства
  • Член Международной Академии Общественных Наук
  • Член Международной Академии Культуры и Искусства
  • Член Нью-Йоркской академии наук (1995)
  • Председатель Попечительского совета МБФ «Меценаты столетия»
  • Член Почётного списка ведущих экологов и специалистов по охране окружающей среды всех стран мира «Глобал-500» Программа ООН по окружающей среде
  • Член Международного клуба исследователей (Explorers Club) (1994)
  • Член правления Всемирный фонд дикой природы|WWF России
  • Член Русского географического общества[27]
  • Член общественной организации «Рязанское землячество»
  • Председатель Правления межрегиональной общественной организации содействия охране окружающей среды «Живая планета»[23]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡатыны — Татьяна Петровна Дроздова Мәскәү балалар һәм үҫмерҙәр ижады Һарайында биология уҡытыусыһы булып эшләгән.

Ҡыҙҙары

  • Надежда — биолог, алып барыусы, 1997 йылда «Мәскәү Бик алыҫ» программаһын «Московия» телеканалында Николай Сенкевич менән бергә алып бара.
  • Елена — ветеринар.

Ейәндәре — Филарету (2004 й.), Ян (2010 й.)[3].

Мауығыуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо рус халыҡ йырҙарын яратып башҡара, популяр романстар һәм заманса йырҙарҙы ла йырлай.

1990 йылда «Хайуандар донъяһы» программаһы өсөн клип сығара.

2005 йыл менән яратҡан йырҙарынан диск сығарған.

Рәсәйҙең ҡыҙыҡлы урындары(Бурятия,Камчатка,Лосиный Остров) 2006 йылда МЦФЭРИ издательство тарафынан (автор Н. В. Лайдинен)сығарылған китап серияларының ғилми редакторы.\

Вегетариан 1975 йылдан[28].

Танылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Н . Н. Дроздов исеме менән атала:

  • (18334) Drozdov — Ҡырым астрофизик обсрваторияһынд[29] а астероид. 1987 йылдың 2 сентябрендә Л. Г. Карачкина тарафынан асылған .

Ролдәре, тауышландырыу һәм башҡалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кинофильмдарҙағы һәм телесериалдарҙағы ролдәре
  • 1981 — «Женщина в белом» — Мистер Кирл, адвокат
  • 1982 — «Влюблён по собственному желанию» — телетапшырыуҙар алып барыусы
  • 2001 — «Компания һәм Дракош» — камео (40-я серия «Дракош һәмГолливуд»)
  • 2006 — Ҡышҡы Зоо-олимпиада / Animal Olympics Winter — кадр артында тауыш, пар менән Виктор Гусев[30]
  • 2006 — «BBC: Ер планетаһы» (мини-сериал) — тауыш кадр артында
  • 2007 — « Уйын королдәре» — Лопахин алып бара (9-я серия)
  • 2007 — «Карнавал төнө 2, йәки 50 йылдан һуң» (ТВ) — камео
  • 2009 — «Ералаш» — олатаһы малайҙы (223-я серия «бала саҡ»)
  • 2010 — «Ирония любви» — Минелай Скворцов, телевидениела алып барыусы булып
  • 2012 — «3D мажаралар эҙләүселәр» — төп героиняның олатаһы
  • 2017 — «Ер: Бер тетрәндергес көн» — тауыш кадр артында
Йәнһүрәттәр тауышландырыу һәм дубляж
  • 2005 — « Карика һәм Вәлиҙең ғәжәп мажаралары» — профессор Енотов
  • 2015 — «Зеленая Шляпа» — кадр артындағы тауыш[31]
  • 2016 — «Зверополис» — Блиц ленивец / кадр артындағы тауыш (1 трейлер)
  • 2016 — «Норм и Несокрушимые» — Норманың олатаһы
  • 2016 — «В поисках Дори» — был тауыш океанариумға (камео)
  • 2018—Беҙҙең Ватан — «Простоквашино» — теледиктор (13-сө һәм 9-сы серияһы, титрҙарҙа Николай Николаевич. Дроздов тип күрһәтелгән)
Дискография
  • 2005 — «Һеҙ ишеттегеҙме, Дроздов нисек йырлай?»
Документалистика
  • Николай Дроздов. Документальный фильм из цикла «Линия жизни». Центр имени Вс. Мейерхольда по заказу ГТРК «Культура», 2012 год. Россия-Культура. 23.06.2017.
  • Николай Дроздов. Шесть мангустов, семь кобр и один полускорпион. Документальный фильм. Режиссёр: Татьяна Варданян. Телекомпания «Останкино». 2017 г. Первый канал. 17.06.2017.
Башҡалар
  • 2006 йылдан видеоуйынды «Park Wildlife 2: Ҡурсаулыҡ».тауышландырҙы
  • Реклама роликтарыда[32] төшкән.
  • 2019 — Видеотаҫма «Донъяла Anthem Николай Дроздов менән» — тауыш кадр артында

Библиографик[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

200-гә яҡын фәнни һәм фәнни-популяр мәҡәләләр, 20-нән ашыу монография, дәреслектәр һәм пособиелар авторы [ сығанағы күрһәтелмәгән 1298 көн].

Китаптары
  • Второв П. П., Дроздов Н. Н. Биогеография материков. — М.: Просвещение, 1974. — 224 с. (2-се баҫмаһы- 1979 йыл, 208-се б.)
  • Второв П. П., Дроздов Н. Н. Рассказы о биосфере. — М.: Просвещение, 1976. — 128 с.
  • Второв П. П., Дроздов Н. Н. Биогеография. — М.: Просвещение, 1978. — 271 с. — 37 000 экз. (ИБ № 1875); 2. изд. М.: Владос-Пресс, 2001. 302, [2] б. : 8 лена ләм.
  • Второв П. П., Дроздов Н. Н. Определитель птиц фауны СССР. — М.: Просвещение, 1980. — 256 с. — 100 000 экз. (ИБ № 4169)
  • Дроздов Н. Н. Полёт бумеранга. — Москва: Мысль, 1980. — 144 с. — 80 000 экз.
  • Воронов А. Г., Дроздов Н. Н., Мяло Е. Г. Биогеография мира. — М.: Высшая школа, 1985. — 272 с. (переиздание: 1999, 2002, 2003)
  • Бабаев А. Г., Дроздов Н. Н., Зонн И. С., Фрейкин З. Г. Пустыни. — М.: Мысль, 1986. — 318 с. — (Природа мира). — 100 000 экз. (ИБ № 2002)
  • H. H. Дроздов, Ер Мяло Г. Донъяға таныта. M.: ABF, 1997. С. 340
Мәҡәләләре
  • П. Втор, Н. Дроздов. Н. Йәйге-көҙгө ҡош тайга халҡы ландшафт Вологда өлкәһе // Орнитология. 1960. № 3. С 131—138.
  • Н. Дроздов. Н., Злотин р. и. субальп кавказ халҡы ҡышҡы ҡош үҙәк билбау к география // Орнитология. 1962. № 5. С 193—207.
  • П. Втор, Н. Дроздов. Н. Халыҡ күләмле ҡош ҡайһы бер аспекттарына анализ // ссср орнитология. Кн. 1. Ашхабад, 1969. С 188—202.
  • А. Банников Г, П. П. Втор, Н. Дроздов. Н. Милли паркы Вирунг // Тәбиғәт. 1976. № 8. C 108—120.
  • П. Втор, Н. Дроздов. Н. Кахузи-Бьег — горилла урында // Тәбиғәт. 1976. № 10. C 112—123.
  • П. Втор, Н. Дроздов. Н., Е. ф. мартынов, в. г. челнок тау урмандар экваториаль экоситсем микроартропод Африка берләшмәһе Анализ // хәҙерге заман проблемаларын зоогеография. М.: Наука, 1980. С 299—317.
  • Н. Дроздов. Н. Втор Петр Петрович 2020 йылдың 5 июль көнөндә архивланған.// Мәскәү орнитолог. М.: изд-во Мәскәү университеты. 1999. С 84-99.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Nikolaj Drozdov // Česko-Slovenská filmová databáze (чеш.) — 2001.
  2. 2,0 2,1 https://xn--80aefaodigjrnecy.xn--p1ai/
  3. 3,0 3,1 3,2 Труд, 29.11.2007
  4. Познер, Владимир. Прощание с иллюзиями. — Москва: АСТ, 2014. — С. 150. — 478 pages с. — ISBN 9785170773282.
  5. Николай Дроздов: «Прожить 100 лет — не проблема». Восточный округ (5 сентябрь 2014). Дата обращения: 30 ғинуар 2019. Архивировано из оригинала 30 ғинуар 2019 года. 2019 йылдың 30 ғинуар көнөндә архивланған.
  6. Пузаченко Ю. Г.«Жизнь моя, иль ты приснилась мне……» Среда, ППС и я (1952—1962 гг.) // Потому что я их люблю (ППС и ВООП) М.: Тип. Россельхозакадемии, 2008. С. 106—130.
  7. Пивоварова Е. П.Воспоминания Банникова Андрея Григорьевича Современные проблемы зоологии, экологии и охраны природы // Материалы чтений и науч. конф., посвящ. памяти проф. Андрея Григорьевича Банникова, и 100-летию со дня его рождения. Москва — 24 апреля 2015 г. — М,: Сельскохозяйственные технологии, 2015. С. 43-45.
  8. Банников А. Г, Второв П. П., Дроздов Н. Н. В национальном парке Вирунга // Природа. 1976. № 8. C. 108—120.
  9. Второв П. П., Дроздов Н. Н. Кахузи-Бьега — обитель гориллы // Природа. 1976. № 10. C. 112—123.
  10. Николай Дроздов и Константин Райкин вошли в новый состав Общественной палаты. ТАСС (31 май 2014).
  11. Общественный совет.
  12. Радио Свобода, Час прессы: Дроздов голосует за Путина, потому что тот спасает тигров, 23 февраля 2012.
  13. Николай Дроздов об аресте основателя сафари-парка «Тайган» Олега Зубкова
  14. Николай Дроздов: «Цирк — это чистый позитив»
  15. Победители конкурса «ТЭФИ-1996». Академия российского телевидения.
  16. Неохотничьи рассказы: Николай Дроздов и его животные. Аргументы и Факты (3 июль 2013).
  17. Владимир Меньшов назначен капитаном. Ведущие Первого канала будут знатоками. Комсомольская правда (24 март 2005).
  18. Как создаются СТЭМы, или «Я там ещё шуток поднакидал, приеду — расскажу». Клуб весёлых и находчивых (17 октябрь 2014).
  19. Как остаться Дроздовым „В мире людей?“
  20. Annual Report 1995. ЮНЕСКО.
  21. Указ Президента Российской Федерации от 27 ноября 2006 года № 1316 2011 йылдың 1 ноябрь көнөндә архивланған.
  22. Почётные граждане Рязанской области — Дроздов Николай Николаевич 2015 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
  23. 23,0 23,1 Указ Главы Чувашской Республики от 23 июня 2017 года № 68 «О награждении медалью ордена „За заслуги перед Чувашской Республикой“ Дроздова Н. Н.».
  24. Кавалерами Креста Александра Благословенного стали путешественник Фёдор Конюхов и профессор Николай Дроздов. Имперское наследие (8 сентябрь 2017).
  25. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 13 декабря 2017 г. N 2796-р "О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2017 года в области средств массовой информации". Российская газета (25 декабрь 2017).
  26. ДРОЗДОВ Николай Николаевич. Фонд «Академия Российского телевидения». Дата обращения: 20 июнь 2017. 2017 йылдың 11 июнь көнөндә архивланған.
  27. Русское географическое общество. Медиа-совет. Русское географическое общество. Дата обращения: 20 июнь 2017.
  28. Николай Дроздов: «Вегетарианство — моя жизненная позиция» — Звезды — WomanHit.ru
  29. (18334) Drozdov = 1987 (RA3 = 1991 RM12) на сайте Международного астрономического союза.
  30. Животные-рекордсмены (3 август 2017).
  31. Николай Дроздов принял участие в озвучке нашего нового проекта  (инг.), BOBAKA — это digital-агентство со специализацией на детской аудитории и детских брендах, оператор медийных проектов с миллионной аудиторией, а также разработчик и издатель мобильных игр и детских приложений. (10 February 2015). 22 май 2017 тикшерелгән. 2017 йылдың 4 август көнөндә архивланған.
  32. Huawei Mobile Russia. Н. Дроздов и шокирующие тайны мира селфи (3 август 2017). Дата обращения: 8 август 2017.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Телевизион «хайуандар донъяһы» — официальный сайт һәм уның RSS
  • Николай Дроздов ҡунаҡтар — видео про ремонт
  • Тихонова А. Николай Дроздов. Сталин өсөн ризыҡ (неопра.). Һуғыш бала саҡ күҙҙәре ҙур. angelina-tihonova.ru; archive.org. 22 декабрь 2014 Дата мөрәжәғәте. Көндө 3 апрель, 2012 йыл.
  • Мигулина К. Николай Дроздов: «тәмле Овсянка бегемот» (неопра.). Хеҙмәт (29 ноябрь 2007). Дата 2012 йылдың 1 декабренә әйләнештә.
  • Н. Н. Дроздов сайтында «рәсәй ҡалаһы тарихы фотоларҙа».
  • Н. Н. Барҡылдаҡ нтв телеканалы тапшырыуҙары «ның сере миллион», 2018 йылдың 10 ноябрендә.