Каролина Оливия Видерстрём

Видерстрём Каролина Оливия (Widerström Olivia Karolina, 10 декабрь 1856 йыл — 4 март 1949 йыл) — швед гинекологы. Швецияла университет белемле беренсе рәсми ҡатын-ҡыҙ табип. Шулай уҡ феминистка һәм сәйәсмән була, енси тәрбиә һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың һайлау хоҡуғы мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Видерстрем Швецияның Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һайлау хоҡуғы йәмғиәте рәйесе һәм Стокгольм ҡала советы ағзаһы була.

Ҡатын-ҡыҙҙарға Швеция университетында уҡырға 1870 йылда рәсми рөхсәт ителә. 18731875 йылдарҙа Каролина Gymnastiska centralinstitutet студенты була, 18751877 йылдарҙа — профессор Брантинг ассистенты, шул уҡ ваҡытта гимнастика өйрәнә. 1879 йылда Wallinska Skolan-да, 1880 йылда — Уппсала университетында медицина философияһы буйынса имтихан тапшыра. 1884 йылдың майында Стокгольмда Каролина университетында медицина имтиханы бирә.

Видерстрем ҡыҙҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙҙәренең тәне тураһында күберәк белеүен, кейемдәре һаулыҡтары өсөн файҙалы булыуын, ир-аттарға бирелгән мөмкинлектәргә һәм хоҡуҡтарға эйә булыуын теләй. Уның эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып гинекология һәм ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге тора. Каролинаның иң билдәле хеҙмәте булып Kvinnohygien (ҡатын-ҡыҙ гигиенаһы) китабы тора. Ул 1899 йылда тәүге тапҡыр баҫыла һәм 1932 йылға тиклем ете тапҡыр сығарыла.

1912 йылда Каролина Видерстрем Стокгольм ҡала советына либералдарҙан һайлана, 1915 йылға тиклем шунда эшләй. 19181921 йылдарҙа, йәғни һайлау хоҡуғы гарантияланғанға тиклем швед ҡатын-ҡыҙҙарының һайлау хоҡуғы йәмғиәтенә рәйеслек итә. Ойошма маҡсатына өлгәшеп, 1921 йылда таратылғанға тиклем уның һуңғы рәйесе була.

Сығанаҡтар

  1. 1 2 3 4 5 6 7 Årsberättelser för landsföreningen och lokalföreningarna för kvinnans politiska rösträtt 1917 — Стокгольм: 1918.
  2. 1 2 3 http://www2.ub.gu.se/kvinndata/portaler/rostratt/pdf/rostrattsfragan.pdf
  3. Elsa Olava Eschelsson
  4. 1 2 3 4 5 6 7 8 Karolina Olivia Widerström 1856-12-10 — 1949-03-04 Läkare, folkbildare
  5. Gerda Elisabet Kjellberg 1881-02-18 — 1972-07-19 Läkare
  6. 1 2 Helsingborgs stadsförsamlings (Maria) kyrkoarkiv, Födelse- och dopböcker, SE/LLA/13171/C I/9 (1847-1861), bildid: C0073729_00269, sida 484
  7. 1 2 Carolina Olivia, f. 1856 i Hälsingborg Malmöhus län (швед.)Riksarkivet.
  8. 1 2 3 18561210-002 Widerström, Olivia Karolina // Swedish death index
  9. Karolinska institutet: Karolina Widerström (1856-1949)
  10. http://runeberg.org/hvar8dag/8/0178.html — 1907. — т. 8. — бит 162.
  11. Olivia Karolina WiderströmFinnGraven.se.
  12. Karolina Widerström : Sveriges första kvinnliga läkare // (unknown type) — 1907. — т. 8. — бит 162.
  13. Widerström, Karolina Olivia, f. 1856 i Helsingborg, Med. Lic. // Folkräkningar (Sveriges befolkning) 1890 (швед.)Riksarkivet.