Карпентария ҡултығы

Карпентария ҡултығы (ингл. Gulf of Carpentaria) — Австралияның төньяғында урынлашҡан Арафур диңгеҙе ҡултығы. Көнбайыштан Арнем-Ленд һәм көнсығыштан Кейп-Йорк ярымутрауҙары менән сикләнгән.

География

undefined

Ҡитға эсенә 600 километрҙан ашыу үтеп инә[1].

Ҡултыҡ сағыштырмаса һай (максималь тәрәнлеге — 69 м[1]). Һыуҙың уртаса айлыҡ температураһы ҡултыҡтың күп өлөшөндә ҡышын 23-25 °C, ә йәйен 29 °C тәшкил итә[1]. Тоҙлолоғо 34,8 промилле[1].

Һыу артымы ҙурлығы 3,2 метрға барып етә. Яр буйҙарында көслө һыу артымлы-кәмеүле ағымдар күҙәтелә.

Ҡултыҡта Уэлсли, Грут-Айленд һәм Бикертон утрауҙары урынлашҡан. Карпентарияға ҡойоусы иң ҙур йылға — Флиндерс.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Карпентария ҡултығы — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә