Карпов Михаил Яковлевич (яҙыусы)
Карпов Михаил Яковлевич (4 ноябрь 1898 йыл — 16 июль 1937 йыл) — совет яҙыусыһы, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1918 йылдан — ВКП(б) ағзаһы, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Биографияһы
Карпов Михаил Яковлевич 1898 йылдың 4 ноябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Тимашевка ауылында тыуған. Юғары белемде Ленинград коммунистик университетында ала, унда 1922—1925 йылдарҙа уҡый[2].
1930 йылдарҙа Мәскәүҙә «Земля советская» журналының мөхәррире һәм һәм СССР-ҙың телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса Дәүләт комитеты хеҙмәткәре булып эшләй. Шулай уҡ «Звезда», «Резец», «Литературная Неделя», «Работница и Крестьянка», «Красный Журнал для Всех», «Ленинская Правда», «Красная Газета» һ. б. баҫмаларҙа эшләй
Михаил Яковлевич советтарға ҡаршы террористик ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан 1936 йылдың 4 ноябрендә ҡулға алына. 1937 йылдың 15 июлендә атыуға хөкөм ителә. Хөкөм ҡарары 1937 йылдың 16 июлендә үтәлә. Яңы Дон зыяратының 1-се һанлы ҡәберлегендә ерләнә.
1957 йылдың 30 апрелендә Карпов СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан аҡлана.
Ижады
1925 йылда Карповтың 1921—1923 йылдар осоро араһында яҙылған дебютлы хикәйәләр һәм повестар йыйынтығы баҫылып сыға. «Апрельские прели» (1925) хикәйәләр йыйынтығы, «Карбуш» (1926) һәм «Дар Урала» (1925) повестары, «Пятая любовь» (1927) һәм Башҡортостандағы граждандар һуғышын һүрәтләгән «Непокорный» (1930) романдары, шулай уҡ баҫылып сыҡмаған «Аҙнаево» романы (айырым бүлектәре 1934 йылда Өфөлә «Литературный альманах» журналында сыға) авторы булып сығыш яһай. Бынан тыш, М. Карпов радиотапшырыуҙар өсөн «Башкирская литература» йыйынтығын төҙөй (1934).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 http://feb-web.ru/feb/masanov/man/04/man07356.htm
- ↑ Карпов Михаил Яковлевич 2016 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған. (рус.). Башкирская Энциклопедия. Проверено 9 июня 2015.