Ҡарасанаҡ

Ҡарасанаҡрус. Карсанак - Рәсәй йылғаһы.

Географияһы

Силәбе өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ҡариҙел йылғаһының һул ярына тамағынан 846 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 11 км.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыҠариҙел йылғаһы, Долгобродск гидроузеленән Нязепетровск гидроузеленә тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200912111100020297
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102029
  • Бассейн коды — 10.01.02.009
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Этимологияһы

Атама Ҡараса антропонимына -наҡ һүҙ яһаусы аффикс ярҙамында барлыҡҡа килгән тип фараз ителә. Ҡараса антропонимы менән ҡушылып барлыҡҡа килгән гидронимдар Башҡортостанда тағы бар. Мәҫәлән, Ҡарасайылға. "Башҡорт АССР-ы топонимдары һүҙлеге" был атаманы ла Ҡараса антропонимы менән бәйләй [3].

Шул уҡ ваҡытта Ҡараса һүҙенең йәнә бер нисә мәғәнәһе бар:

  • Ҡараса (ҡарасай) - көҙгө ҡара һыуыҡ миҙгеле, башҡорт милли календарында октябрь айына тура килә.
  • Ҡараса - ҡара өйрәк [4]

Иҫкәрмәләр

  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. 1 2 РФ һыу реестры: Карсанак.
  3. Словарь топонимов Башкирской АССР. - Уфа, 1980, - с. 89
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 640-сы бит

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

  • Словарь топонимов Башкирской АССР. - Уфа, 1980, - с. 89
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 640-сы бит

Категориялар