Кедрин Максим Николаевич

Максим Николаевич Кедрин (рус. Кедрин Максим Николаевич1982 йылдың 21 сентябре, Белорет, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй саңғысыһы, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1999—2003), Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (1999, 2003 — слалом, 2003 — тиҙ йөрөшлө шыуыу (скоростной спуск) һәм супергигант), үҫмер спортсылар араһында донъя чемпионы (1999), FIS халыҡ-ара ярыштарҙың бронза призеры (2000 — слалом), Австрия чемпионатының бронза призеры (2002 — слалом-гигант)[1][2].

Биографияһы

Максим Николаевич Кедрин 1982 йылдың 21 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған.

Тау саңғыһы техникаһы оҫталығына тренерҙары Вячеслав Николаевич һәм Галина Дмитриевна Астаховтар етәкселегендә өйрәнә. Һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң, Санкт-Петербургҡа күсә, әсәһе эшләгән олимпия резервы мәктәбендә уҡый. 2001 йылдың ноябрендә Максим Францияла «Халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры» спорт разряды нормаларын һәм талаптарын үтәй[3].

Алған йәрәхәттәре арҡаһында 2003 йылда ҙур спорттан китергә мәжбүр була[4][5].

Спорт династияһы

  • Атаһы: Николай Кедрин — слаломда СССР үҫмерҙәр беренселегендә ике тапҡыр чемпион[6], мастер спорта международного класса[7], халыҡ-ара класс спорт мастеры[8], 70-се йылдарҙа саңғы спорты буйынса СССР-ҙың йыйылма командаһы ағзаһ.
  • Әсәһе: Кедрина Людмила Владимировна — тау саңғыһы буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры, тау саңғыһы спорты буйынса ун тапҡыр Рәсәй чемпионы, СССР-ҙың йыйылма командаһы составында донъя чемпионатында ҡатнаша, Европа беренселеге призеры була.
  • Апаһы: Кедрина Анастасия Николаевна — ике тапҡыр Рәсәй чемпионы (2009, Таштагол, супергигант, суперкомбинация), донъя беренселегендә ҡатнашыусы (2009, Германия), 2008—2009 йылдар миҙгелендә Рәсәйҙең тау саңғыһы спорты һәм сноуборд Федерацияһы уны үҫмер спортсылар араһында «Миҙгел асышы» тип таный, 2009 йылдан Рәсәйҙең төп йыйылма командаһы составында шөғөлләнә[9].

Иҫкәрмәләр

  1. Спортивная Россия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2009. Архивировано 20 июль 2011 года.
  2. Биография.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026. Архивировано 2 октябрь 2011 года.
  3. Максим Кедрин. Peoples.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026.
  4. Журнал «Лыжный спорт». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026. Архивировано 22 октябрь 2007 года.
  5. Новости Кировска. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026. Архивировано 12 ноябрь 2007 года.
  6. Мончегорская специализированная детско-юношеская школа олимпийского резерва по горнолыжному спорту. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026. Архивировано 13 октябрь 2011 года.
  7. Официальный сайт ФГОУ СПО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026. Архивировано 5 март 2016 года.
  8. Официальный сайт ФГОУ СПО
  9. Анастасия Кедрина завершила карьеру. RSASKI (12 август 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2026.

Һылтанмалар