Кекура
Ке́кура ятҡылығы— Чукотка автономиялы округы Билибин районы сиктәрендәге төп алтын-көмөшлө ятҡылыҡ.
Ҡыш миҙгелендә булған юл буйлап барғанда район үҙәгенән 150 километр көньяҡҡараҡ урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта кешеләр йәшәмәгән Стадухино[1] ҡасабаһынан алыҫ түгел.
Геологик характеристикаһы
Ятҡылыҡ Стадухино һибелмә мәғдән районы составына ингән Каральвеем мәғдән узелына бәйле. Уның Пологой тип аталған Мәғдән зонаһы оҙонлоҡҡа 1 километрға һуҙыла, ә киңлеге 200 метр, тәрәнлеге 350 м. Мәғдән зонаһының ҡеүәте 120 м, әлегә 200 метр тәрәлегендә генә өйрәнелгән. Был зона составындағы күберәк мәғдән биргән ике зона — Төньяҡ һәм Көньяҡ айырып күрһәтелә. Бөтәһе 50-нән ашыу алтын биргән юлаҡлы зоналар табылған.
Мәғдән составы
Мәғдәндең төп өлөшөн кварц (75-95 %) тәшкил итә, шулай уҡ уның составында карбонат, серицит, ялан шпаттары ла бар. Сульфидтар 2-5 проценттан артыҡ түгел, ә бына пирит һәм арсенопирит йыш осрай. Галенит, халькопирит, аҡһыл мәғдән бик аҙ ғына миҡдарҙа.
Алтын составында көмөш күп. Алтын-көмөш ҡатнашмаһы 4:1 — 8:1 миҡдарында була. Мәғдәндә саф алтын да килеп сыға[2].
Тарихы
Кекура алтын ятҡылығын 1990 йылдың йәйендә Анюй тау-тикшеренеү экспедицияһының Хребтовый отряды геологтары таба. «Себер» мәғдән сығарыу компанияһы 2004 йылдан 2010 йылға тиклем эҙләү-тикшереү эштәрен башҡара.
Участкала бөтә уңыйлыҡтары булған вахта ҡасабаһы төҙөлә, 0,5 МВт ҡеүәтле ҡаҙан цехы, һыуҙы биологик таҙартыу станцияһы эшләй.
Хәҙерге ваҡытта «Чукотканың яңы технологиялары» предприятиеһы ятҡылыҡты сәнәғәт үҙләштереүенә әҙерләй. Йыллыҡ хеҙмәт етештереүсәнлеге 80 мең тонна мәғдән булған тәжрибә-сәнәғәт ҡоролмаһын урынлаштырыу эше башҡарыла, тәүге алтынды 2013 йылда алыу планлаштырыла.
Әле участкала 200 кеше эшләй, алтын йыуҙырыу фабрикаһы тулы ҡеүәтенә эшләй башлағас, эшләүселәрҙең һаны 350 кешегә етәсәк[5].
Хәҙерге мәлдә Кекура ятҡылығында Highland Gold Mining холдингына ҡараған «Руссдрагмет» компанияһы эшләй. 2013 йылдың апрелендә Highland Gold компанияһы Кекура алтын ятҡылығында һәм лицензия алынған майҙандарға сиктәш ерҙәрҙә мәғдән сығарыу һәм геологик тикшеренеү эштәрен алып барыу хоҡуғына эйә булған База металдары ябыҡ акционер йәмғиәтенең («Чукотканың яңы технологиялары» компанияһының идара итеүсе ойошмаһы) эшендә йөҙ процент ҡатнашыу хоҡуғын һатып ала.
Киләсәге
Алтын йыуҙыртыу фабрикаһының йыллыҡ етештереүсәнлеген 200 мең тонна мәғдәнгә еткереү планлаштырыла, алтын, көмөш сығарыу кимәле ярашлы рәүештә 2 тонна һәм 4-6 тонна тәшкил итәсәк. Фабрика 2017 йылға тулы ҡеүәтенә сығырға тейеш[6].
Хужалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ Вестник золотопромышленника — Каталог месторождений(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)
- ↑ Чукотский филиал Федерального государственного учреждения «Территориальный фонд геологической информации по Дальневосточному федеральному округу» 2016 йылдың 2 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ arctic-info, 28 ноября 2012 г.(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)
- ↑ Государственный доклад «О состоянии и использовании минерально-сырьевых ресурсов Российской Федерации в 2014 году». 2017 йылдың 27 февраль көнөндә архивланған.(недоступная ссылка)
- ↑ Впервые разрабатываемое золоторудное месторождение Чукотки «Кекура» продолжит работу в зимний период 2016 йылдың 11 август көнөндә архивланған. РИА «Север-ДВ, 22 ноября 2012 г.»
- ↑ Официальный сайт администрации Чукотского автономного округа 2014 йылдың 7 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 «Highland Gold покупает месторождение Кекура на Чукотке за $212 млн»