Пирит
Үҙенсәлектәре
Составына баҡыр, кобальт, никель һ. б. ҡушылмалар инә. Кристалдары куб (йыш ҡына ҡырҙарында штрихтар була), пентагондодекаэдр, һирәк осраҡта октаэдр формаһында, бергә уҡмашҡан һәм шытып сыҡҡан игеҙәктәр. Яҡты еҙ‑һары төҫтә, һарғылт көрән һәм сыбар төҫмөрө бар, металл кеүек ялтыр. Ҡатылығы 6—6,5, тығыҙлығы 4900—5200 кг/м³, йәбешкәклеге камил түгел.