Кенәз Орлов дачаһы

Орлов һарайы — Санкт-Петербург ҡалаһы янындағы Стрельнала кенәз Орловтар усадьбаһы составындағы неоготик һарай[1][2][3]. Һарай Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында емерелә, әммә элекке усадьбаның ҡайһы бер ҡаралтылары һаҡланып ҡала һәм Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты булып тора. 2016 йылға ҡарата уның составына башня-хараба, готик ҡапҡа, ҡыуышлыҡ, привратник өйө, ҡоҙоҡ, ат аҙбары (ҡапҡа, ионик портик менән бина, ике ат һарайы, тимерлек, боҙлоҡ, ике оранжерея), туф күпер, «Парнас» инә[4][1].

Тарихы

Хужалары

1800 йылдар тирәһендә Стрельна слободаһында төп йорт һәм флигель менән беренсе ҡаҙна дачаһы төҙөлә, уны Поляк канцелярияһы советнигы Ф.Е. Купер һатып ала. 1820 йылдарҙа инде ул баронесса Строгановаға ҡарай[5].. 1830 йылдар башында унан кенәз Алексей Орлов һатып ала. Өҫтәмә ерҙәрҙе Орловҡа 1834 йылда император Николай I бирә: участкаларҙа кеше йәшәй, һәм батша бүләге хаҡына йорттарҙы һәм элекке хужаларҙың ҡаралтыларын икенсе ергә күсерергә тура килә[4][1][6].

Усадьба тасуирламаһы

Усадьба ансамбле архитекторҙар Иосиф Шарлемань һәм Пётр Садовников проекты буйынса 1833—1839 йылдарҙа шул ваҡытта модалы булған готик стилдә төҙөлә. Ансамблгә флигелдәре менән ике ҡатлы ағас һарай, башня һәм киң парк инә][7]. Садовников проектлаған ике ҡатлы граф Орлов һарайы ағастан төҙөлә төп фасады менән быуаға ҡарай[8]Төньяҡ яҡтан дүрт ҡатлы башня тора. Бинаның мөйөштәрендә һигеҙ ҡырлы пилондар, кәрниздәр өҫтөндә киртләс парапеттар, эркерҙар һәм осло фронтондар һарайға матур күренеш бирә. 1834 йылдың июлендә һарай асыу тантанаһы үтә.[9]

Планы ябай була — төп ике ҡатлы бина флигелле ике бер ҡатлы корпус менән тоташа. Төп фасады уртаһында парк яғына сығыу урыны менән киң ябыҡ терраса айырылып тора. Уның күтәрмәһен ике яҡтан шарҙар өҫтөндә суйын бөркөттәр — Орлов нәҫеленең символы биҙәй[5][10][11]. .

Терраса буйында ике бейек постаментта П.К.Клодтың бронзанан «Атты өйрәтеүселәр» скульптураһы тора[12]. 1854 йылда рәссам Орлов һарай һүрәте менән акварель яҙа, картина Санк-Петербург Дәүләт тарих музейында һаҡлана. «Отрада» скульптураһы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында «дошманға эләкмәһен өсөн» һүтеп алына һәм иретелә[13].

1840 йылдан алып 1850 йылдарға тиклем Садовников прак һәм усадьба территорияһы өҫтөндә эшләй. Уның проект буйынса көньяҡ өлөшөндә готик ҡоҙоҡ һәм ҡыуышлыҡ менән башня-хараба төҙөлә. Быуа уртаһында «Мөхәббәт утрауы» тип аталған утрауы һалына, уға туф күпере алып бара. Пейзаж паркында уртаһында өй менән лабиринт урынлаша[5][14].

XX быуат

Революциянан һуң усадьба национализациялана, 1920 йылда унда йәйге балалар колонияһы, һуңынан ОСОАВИАХИМ мәктәбе, фабрика-завод һәм кинотехникум мәктәбе урынлаша. Парк территорияһы танк полкына ҡарай һәм техника ҡуйыу өсөн ҡулланыла. 1941 йылдың сентябрендә совет ғәскәрҙәре сигенгән саҡта Орлов һарайын яндыра.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында байтаҡ емерелгән йорт 1950 йылда янғында бөтөнләй тиерлек емерелә. 1951 йылда усадьбаһында экспертиза үткәрелә, уның һөҙөмтәләре буйынса привратник йорто 57 % емерелгән тип баһалана, элекке ҡарауыл йорто китапхана итеп тапшырыла, ә Орлов паркы йәмәғәт ял зонаһына әйләнә[4][10].

Хәҙерге заман

2000 йылдарға быуа менән парк, күпер, баҡса ҡаралтылары һәм оранжереялы комплекс менән ат аҙбары ҡалдыҡтары һаҡланып ҡала[15]. Ат аҙбары хәрби автобазаға тапшырыла. 2009 йылда КДИОП привратник йортонда бинаның тарихи йөҙөн боҙған законһыҙ мансарда төҙөү осрағын теркәй[16]. 2016 йылда башня-ҡыуышлыҡты консервациялау үткәрелә, ә һуңынан ул реставрациялана[17][18].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Горбатенко, 2008, с. 289
  2. Распоряжение №10-660. Комитет по государственному контролю, использованию и охране памятников истории и культуры (6 декабрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2020.(недоступная ссылка)
  3. Пыляев, 1889
  4. 1 2 3 Акт по результатам государственной историко-культурной экспертизы проектной документации на проведение работ по сохранению объекта культурного наследия федерального значения «Дом привратника». Комитет по государственному контролю, использованию и охране памятников истории и культуры (27 апрель 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2020.(недоступная ссылка)
  5. 1 2 3 Акт по результатам государственной историко-культурной экспертизы проектной документации на проведение работ по сохранению объекта культурного наследия федерального значения «Колодец “Готический”», входящего в состав «Дача Орлова А. Ф.» Комитет по государственному контролю, использованию и охране памятников истории и культуры (30 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2020. 2020 йылдың 26 ноябрь көнөндә архивланған.
  6. Стрельнинский “дачник” князь Алексей Фёдорович Орлов. «Невское время» (19 сентябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2020.
  7. графские развалины: что осталось от Конюшенного двора графа Орлова. «Карповка» (9 ноябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2020. 2020 йылдың 1 декабрь көнөндә архивланған.
  8. Козрое, 2014
  9. Долли Фикельмон. Дневник 1829—1837. Весь пушкинский Петербург. — М.: Минувшее, 2009. — 1002 с.
  10. 1 2 Горбатенко, 2008, с. 290
  11. Утёмова, Л. Памятники архитектуры, которые мы потеряли. Культура.РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2020.
  12. 5 июня 1805 года родился в Петербурге Пётр Карлович Клодт фон Юргенсбург. «Новости Петродворцового района» (5 июль 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2020. 2020 йылдың 30 ноябрь көнөндә архивланған.
  13. Орловская «Отрада». Судьба дворца с акварели Василия Садовникова. «Санкт-Петербургские ведомости» № 131 (6484) (19 июль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2020.
  14. Вареник, О. Полтора века забвения. «Санкт-Петербургские Ведомости» №17 (1148). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2020.
  15. Дача Орлова. «Агентство по управлению и использованию памятников истории и культуры» (17 сентябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2020.
  16. На Доме привратника в Стрельне появилась незаконная мансарда. «Канонёр» (12 октябрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2020.
  17. Артеменко, Г. Кому башню графа Орлова? «Новости Петербурга» (23 октябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2020.
  18. Продолжается консервация Башни-руины с земляным пандусом и гротом в Орловском парке Стрельны. Комитет по государственному контролю, использованию и охране памятников истории и культуры (24 октябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2020.

Әҙәбиәт

  • Горбатенко С. Б. Ансамбль Орловской усадьбы // Архитектура Стрельны. — 2-е. — Санкт-Петербург: Европейский дом, 2008. — С. 289. — 376 с. — ISBN 978-5-8015-0228-1.
  • Дузи, Козрое. Дневник художника Козрое Дузи, или Приключения венецианца в России. — Санкт-Петербург: Лимбус Пресс, 2014.
  • Пыляев М. И. Забытое прошлое окрестностей Петербурга. — Издание А. С. Суворина, 1889.