Кереш
Кереш | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Кереш (рус. Тетива́) - яндың үҫемлектән, хайуандан алынған йәки синтетик сүс ҡулланып эшләнгән һығылмалы сирткес бауы, атҡанда йәйәне бөгөү өсөн ҡулланыла, уға ике яҡтан беркетелә. Кереш бауының еңел булыуы бик ҙур әһәмиәткә эйә[1]
Эшләнеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәйәне тартҡанда керешКӘ ҙур көс төшә, шуға ла уны әҙерләү йәйәне эшләү технологияһы кеүек үк ҙур иғтибар талап итә.
Йәйә кереше эшләү өсөн ебәк еп, ат ҡылы йәки эре хайуандың һеңере ҡулланыла. Ҡайһы саҡ йәйә кереше өсөн ныҡлы киндер бау, кизе-мамыҡ, етен ептәр, шулай уҡ махсус эшкәртелгән һарыҡ эсәге алынған. Иң ҡаты кереш яҡынса 60 сүстән сиратылған һәм 3 мм йыуанлыҡта булған.
Уҡсылар үҙе менән һәр саҡ һаҡлыҡҡа йәки төрлө һауа шарттарына яраштырылған бер нисә кереш йөрөткән. Ебәк кереш иң яҡшыһы булған, әммә бик ҡиммәт торған. Ат ялынан кереш һалҡын ваҡытта яҡшы булған, әммә тиренән йәки һеңерҙән яһалған керештән айырмалы, дымды үҙенә тиҙ һеңдергән һәм һуҙылған. Шуның өсөн дә ҡайһы бер керештәрҙе махсус шыйыҡсаға – балауыҙға, майға манып алғандар [2].
Кереш төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йышыраҡ кереште ябай ғына итеп, сиратып йәки үреп эшләгәндәр[3]
Ябай кереш бер еп итеп сиратыла. Ул тиҙ арала эшләнә һәм донъя йөҙөндә күп ерҙәрҙә ҡулланыу дауам итә. Әммә улар ныҡлы түгел, һуҙылып бара. Ғәҙәттә улар яндың ике осонан беркетелә.
Ҡаты сиратылған кереш ғәҙәттә Европала һәм Төньяҡ Америкала ҡулланыла. Бер нисә сиратылған ептән тора. Улар һәр береһе бер яҡҡа сиратылған була, бөтәһен бергә ҡушҡанда дөйөм еп кире яҡҡа сиратыла
Ҡушып үреп сиратылған кереш[4]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Design and Construction of Flight Bows - a supplement to "The Design and Construction of Composite Recurve Bows" by John Clark. Ausbow Industries, not dated
- ↑ Атылды ла уҡ сәпкә тейҙе
- ↑ The Traditional Bowyers Bible Volume 2. 1992. The Lyons Press. ISBN 1-58574-086-1
- ↑ Turkish Archery and the Composite Bow. Second edition, 1947, published by the author, Paul E.Klopsteg