Киндер турғайы

Киндер турғайы, тарма турғайы (рус. Коноплянка, лат. Carduelis cannabina)— турғай ҙурлығында ҡошсоҡ.

Ҡылыҡһырлама

Ерҙә, ҡыуаҡлыҡта күмәкләшеп тә, парлашып та йөрөйҙәр. Түбәһе һоро, арҡаһы көрән, ҡойроҡ төбөнөң өҫ яғы алһыу һоро. Ҡанаттарында, ҡойроғонда киң ҡара һәм аҡ таптар бар. Ата ҡоштоң маңлайы, түшенең ике яғы ҡыҙыл. Кәүҙәһенец аҫ яғы сыбар һарғылт аҡ. Инә ҡошта ҡыҙыл төҫ юҡ. Таҡыя турғайҙан арҡаһы көрән булыуы менән айырыла.

Тауышы

Тауышы киҫкен: «тк-тк-тк». Сырылдап һәм һыҙғырып һайрай.

Йәшәү рәүеше

Урман ситендә, ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Үлән, башлыса киндер һәм дегәнәк орлоҡтары, бөжәктәр менән туҡлана, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөи. Киң генә таралған. Ояһы ҡыуаҡтарҙа була. Ҡыҙғылт көрән таплы 4—6 бөртөк йәшкелт зәңгәр йомортҡа һала.

Галерея

Әҙәбиәт

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986 йыл. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9