Клио
Клио́ (бор. грек Κλειώ}}, һүҙмә-һүҙ — «дан бүләк итеүсе»[1], латин. Clio) — боронғо грек мифологияһында тарих музаһы. Зевс менән хәтер алиһәһе Мнемозинаның (Hes. Theog.) ҡыҙы[2]. Диодор Сицилийскийға ярашлы, шиғриәттә данлау маҡталыусыларға бөйөк дан бирә (клеос) тигән мәғәнәнән алынған[3].
Туғыҙ Олимпия музаһының береһе. Фараздарҙың береһе буйынса, Геяның ҡыҙы[4].
Клио Афродитаны Адонисҡа мөхәббәте өсөн ҡыҙарта, тегенеһе шуға үс итеп Афродитаны Пиерға ғашиҡ иттерә, һәм ул Гиацинт (Гиакинф) исемле ул таба[5][6]
Совет тарих энциклопедияһына ярашлы, тәүге әҙер ул, күрәһең, героик йыр музаһы, дан тураһында алдан хәбәр биреүсе (провозвестница), ә классик осорҙан һәм эллинизмдан башлап — тарих ҡурсалаусыһы[2][7].
Клио хөрмәтенә 1865 йылда асылған (84) Клио астероиды аталған.
Иконографияһы
Зиһенле, дәртле, тәрән фекерле йәш ҡатын булып һүрәтләнә[7]. Иртә традиция буйынса ул грифель һәм папирус йәки пергамент төргәге, йәки футляр, төргәктәр өсөн ҡумта менән һүрәтләнә[8].
1593 йылда итальян яҙыусыһы Чезаре Рипа үҙенең «Иконология» китабында Клионы һүрәтләү өсөн түбәндәге аллегорик атрибуттар тәҡдим иткән:
- Лаврҙан үрелгән венок (ҡаһарманлыҡ һәм изгелек билдәһе)
- Торба (музыка уйын ҡоралы, дан символы)
- Тарихи әҫәр томы
Вермеерҙың «Рәссам оҫтаханаһы» картинаһы (1667) — һынлы сәнғәттә Клио атрибуттарын ҡулланыуҙың сағыу миҫалы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Греческая мифология. МУЗЫ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2014. Архивировано 19 октябрь 2014 года.
- ↑ 1 2 Греческая мифология. КЛИО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2014. Архивировано 19 октябрь 2014 года.
- ↑ Диодор Сицилийский. Историческая библиотека IV 7, 4
- ↑ Клио — Cправочник по Древней Греции, Риму и мифологии — Энциклопедии & Словари. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2014. Архивировано 29 июль 2014 года.
- ↑ Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 3, 1; 3, 3
- ↑ Греческая мифология. ГИАКИНФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2014. Архивировано 18 июль 2014 года.
- ↑ 1 2 Клио — Советская историческая энциклопедия — Энциклопедии & Словари. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2014. Архивировано 11 июнь 2015 года.
- ↑ Клио — Большой энциклопедический словарь — Энциклопедии & Словари. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2014. Архивировано 5 март 2016 года.
Һылтанмалар
- Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т.1. С.662 2014 йылдың 19 октябрь көнөндә архивланған.