Коелестис атласы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһына һаҡланған күсермәнең титуль бите

Коелестис атласы (Atlas Coelestis) — короллектең беренсе астрономы Джон Флемстид күҙәтеүҙәренә нигеҙләнеп төҙөлгән йондоҙло күк атласы. Атлас 1729 йылда, автор үлгәндәң һүң нәшер ителә [1]. Атлас ул заманда нәшер ителгәндәр араһында иң ҙүр форматлыһы [1], үҙ эсенә Джеймс Торнхилл авторлығында рококо стилендә рәсемләнгән 26 йондоҙлоҡто алған. Унда шулай уҡ Абрахам Шарп төҙөгән планисфераларҙа күһәтелгән[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Atlas Coelestis (Flamsteed) 3993.jpg
Atlas Coelestis (2-се баҫма 1753).

Был атлас барлыҡҡа килгәнгә тиклем Британияла 1725 йылда сыҡҡан 2919 йондоҙҙо берләштергән «Stellarum inerrantium Catalogus Britannicus» (йәки «British Catalogue» — «Британия каталогы») була [2].

Яңы атлас баҫтырыуҙың төп маҡсаты Джон Флемстидтың Иоганн Байерҙың "Уранометрия"һында (1603 йыл) ҡабул иткелгән йондоҙлоҡтарҙың рәсемен үҙгәртеү теләге була. Байер йондоҙлоҡтарҙы аҫтан күренгән итеп һүрәтләй (Птомелей заманындағы алдан күренгән итеп түгел, был ҡулланғанда артың буталсыҡ туҙыра) [1].

Телескоп күҙәтеүҙәренә нигеҙләнеп төҙөлгән атлас «Atlas Coelestis» Флемистад үлеп ун йыл үткәс кенә ҡатыны Джозеф Кроствэйт(Joseph Crosthwait) Абрахам Шарп ярҙамы менән нәшер итеп сығара.

Публикация ҙүр уңышҡа эйә була, атлас яҡындағы быуатта профессиональ астрономдар һылтанмалар ҡуйған төп объектҡа әйләнә. Шулай ҙа хеҙмәтте өс йүнәлеш буйынса тәнҡитләйҙәр: хаҡы юғары була, размеры бик ҙур (ҡулланыу уңайһыҙ була), нәфис биҙәлеше бик түбән була (Торнхилл иллюстрацияларын бигерәктә тәнҡитләйҙәр, Һыуҡояр йондоҙлоғо рәсемен айырым рәүештә). Краб һымаҡ томанлыҡты асыусы Джон Бевис атласты яҡшыртырға тырыша; 1745 йылда ул бәләкәйерәк размерлы төҙәтелгән һәм нәфис рәсемдәр менән тулылындарылған "Uranographia Britannica" нәшер итә. Хеҙмәт рәсми рәүештә баҫтырылып сығарылмай, бөгөнгө көндә уның 16 күсермеһе булыуы билдәле. Нәтижәлә, 1690 йылдарҙа француз инженеры Николь Фортен (Nicolas Fortin), 1770йылдарҙа астроном Пьер Ле Монье (Pierre Charles Le Monnier) һәм Француз фәндәр академияһынан Шарль Мессье хеҙмәтте яңырталар. Яңы атлас Atlas Fortin-Flamsteed тип атала, форматы буйынса төп нөхсәнән өс тапҡар бәләкәйерәк һәм шул уҡ таблицалар төҙөлөшөн һаҡлап ҡала. Бынан тыш Андромеда, Ҡыҙ һәм Һыуҡояр кеүек бер нисә иллюстрация нәфис ретушлау үтә. Томанлыҡ исемдере француз телендә бирелә; бынан тыш Флемстид угәндән һун асылған бер нисә томанлвҡ өҫтәлә. 1795 йылда Атластың яңыртылғын яңы юрамаһы баҫыла, томанлыҡтар һаны тулыландырыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Davide Neri. John Flamsteed, Atlas coelestis. Дата обращения: 8 май 2011. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «LHL» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  2. Giangi Caglieris. On-line Flamsteed — Fortin Atlas Celeste — 1776 (2002). Дата обращения: 8 май 2011.


Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]