Козлова Планета Павловна
Козлова Планета Павловна (28 июль 1945 йыл) — ғалим-педагог. Педагогия фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002)[1]. Юғары мәктәп уҡытыусыһы.
Биографияһы
Планета Павловна Козлова 1945 йылдың 28 июлендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Ғәҙелша ауылында тыуа[1]. 1970 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһының 9‑сы урта мәктәбендә һәм 2‑се тәрбиә-хеҙмәт колонияһында уҡыта. 1974 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, 1987—2009 йылдарҙа һәм 2012—13 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы һәм Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы дөйөм академия кафедраһы мөдире[2].
1998 йылда педагогия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Природосообразность как основополагающий принцип в истории школы и педагогики» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[3].
Фәнни эшмәкәрлеге
П.П.Козлованың фәнни тикшеренеүҙәре мәғариф тарихы һәм философияһына, балаларҙы тәрбиәләүҙә һәм уҡытыуҙа тәбиғәткә ярашлылыҡ принцибына, хәҙерге йәштәргә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү проблемаларына, мәғариф өлкәһендә идара итеү консультацияһының заманса аспекттарына арналған[4]. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1993)
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002)
Төп хеҙмәттәре
- Генезис теории природосообразности развития человека в истории психолого-педагогической культуры. Уфа; Стерлитамак, 1995;
- Преемственность в теориях природосообразного и экологического воспитания. Стерлитамак, 2004 (авторҙ.).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 89659 // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Козлова Планета Павловна
- ↑ Библиотека диссертаций
- ↑ Козлова Планета Павловна 2020 йылдың 12 август көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- 89659 // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.