Колка (боҙлоҡ)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Колка
Дәүләт
Рәсем
Тау һырты Оло Кавказ
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Ко́лка (осет. Хъолхъа) — Ҙур Кавказ тау системаһында Казбек -Джимай тау массивының төньяҡ битләүенең Геналдон тарлауығында, Терек йылғаһы бассейнының Геналдон йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан соҡорло-үҙәнле (карево-долинный) боҙлоҡ.

Киң таралған мәғлүмәттәр буйынса, Колка боҙлоғоның оҙонлоғо 3,2 саҡрым, майҙаны 2,5 км² тәшкил иткән. Икенсе, аныҡ ғилми мәғлүмәттәр буйынса, боҙлоҡтың оҙонлоғо 8,4 саҡрымдан күберәк, майҙаны— 7,2 км.

Боҙлоҡ 4780 м бейеклектәге түбәләрҙән башлана (Джимара тауы). Боҙлоҡтың теле 1981 метр бейеклектә тамамлана. Фирнаның (ҡарҙың сиге) бейеклеге — 3000 метр.

Колка боҙлоғон ҡайһы бер тикшеренеүселәр пульсациялы типҡа индерә. Бындай боҙлоҡ өсөн билдәле бер ваҡыт арауығында киҫкен (боҙлоҡ подвижка, йәки серджи) күсеү, боҙ убылыуы, гляциаль шыуғын барлыҡҡа килеүе хас

2002 йылдың сентябрендә бында Рәсәйҙәге иң ҙур ғәрәсәтле һәләкәт булған. Гляциаль шыуғын һөҙөмтәһендә 125 кеше һәләк булған.

Боҙлоҡ тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIX быуат аҙағында Колка боҙлоғо, оҙонлоғо 6,2 саҡрым, майҙаны 7 км² булған Майли боҙлоғо (шулай уҡ Геналдон йылғаһы бассейнына ҡарай) менән ҡушыла.

Әммә шул ваҡыттан алып айырымлана һәм киң боҙлоҡ циркы (котловина в горах в виде амфитеатра, замыкающая верхний конец ледниковой долины) барлыҡҡа килтереп тәрән соҡор эсенә сигенә.

Был боҙлоҡың 1902 йылда һәм 1969—1970 йылдарҙағы һөжүме билдәле. Шуларҙың беренсеһе кеше ҡорбандарына һәм ҙур материаль зыянға килтергән.

Эксперттар фекеренсә, Колка боҙлоғо шыуыуы элекке быуаттарҙа ла булып торған. Мәҫәлән, «әкрен» йәки 1969 йылда булған кеүек «классик» Колка сёрджы (увеличение скорости движения ледников) 1834 йылда булып үткән.

1902 йылдың июлендәге боҙлоҡ шыуыуы 36 кешене , 1800 тирәһе малды һәләк була. Кармадон курортын баҫа[1], бик күп ҡоролмаларҙы емерә.

Колка боҙлоғоның был 1902 йылғы боҙ-таш хәрәкәте ҙур тиҙлектә Геналдон йылғаһы үҙәне буйлап 9 саҡрым самаһы араны ҡаплай. Яҡынса 70- 75 млн м³ боҙ һәм таш массаһы шыуып төшә. Был сама менән ҡырҙары 415 метрға тиң кубҡа тиң.

Һуңынан боҙ яйлап ирей башлай. Бары 12 йылдан һуң, 1914 йылдың аҙағында ғына Майли боҙлоғонан түбәнерәктә йылға үҙәне боҙҙан асыла.

Тиҙлеге секундына 30-40 метрға баһаланған (100—150 км/сәғәт) 1902 йылғы боҙло шыуғын ҡеүәте менән 2002 йылдың 20 сентябрендә үткән ғәрәсәткә оҡшаған.

1969 йылғы шыуғындың эҙемтәләре үтә һәләкәтле булмай. 1969 йылдың 28 сентябрендә башланып, Колка левагы бер аҙна эсендә ни бары 1300 метр юл үтеп Майли боҙлоғоның (сәғәтенә уртаса тиҙлектәге 10 м / сәғәт) сигенә килеп етә. Һуңынан боҙ хәрәкәте тиҙлеге тағы ла әкренәйә(сәғәтенә 1 метрға тиклем) һәм 1970 йылдың 10 ғинуарында туҡтай. Шул ваҡыт эсендә боҙлоҡ бөтәһе 785 метр бейеклеккә түбәнәйеп үҙән буйлап 4,1 километрға күсә.

Гляциологтар анализына ярашлы, 1969 йылғы шыуғын процесының әүҙемләшеүе 1940-сы йылдарҙа уҡ башлана. 1969 йылдың сентябренә тиклем боҙлоҡ һиҙҙермәй генә, контурҙарын үҙгәрмәй генә тиерлек 650 метрға алға киткән була.

1969 йылғы шыуғындан һуң Колка боҙлоғоның тышҡы йөҙө ярайһы ныҡ үҙгәрә. Ул таш, ҡырсынташ һәм бысраҡ ҡушылған хаотик боҙло-фирн брекчияға (горная порода, сложенная из угловатых обломков размерами более 1 см и сцементированная) әйләнә. Боҙ массаһының аҫҡы өлөшө тағы ла нығыраҡ монолитҡа әйләнә.

Шыуған боҙлоҡ теленең түбәнге өлөшөндә ҡалынлығы —100-130 метр, өҫкө яртыһында —85-100 метр, ә боҙ хәрәкәте башланған ерҙә 50-60 метр тәшкил иткән. Алға шыуған боҙ күләме 80 миллион м³ баһалана. Был яҡынса ҡырҙары 430 метр булған кубҡа тиң.

1969—1970 йылдарҙағы шыуғындан һуң Колка боҙлоғоның оҙонлоғо ике тапҡырға тиерлек артҡан. Ә майҙаны 3,7-дән 8,7 саҡрымға тиклем барып еткән. Әммә фәнни-популяр мәҡәләләрҙә һәм ҡулланыу белешмәләрендә оҙонлоғо тураһында элекке мәғлүмәт тора.

Кармадонский тарлауығында боҙлоҡ торошон күҙалланғанда уның фактик үлсәмдәре һәм күләме . иҫәпкә алынмаған.

1970 йылда гляциологтар, боҙлоҡтың иреү ваҡыты 25 самаһы йыл биләргә тейеш, тип фаразлаған.[2].

2002 йылда Колка боҙлоғоның шыуыуы 125 кешенең үлеменә килтергән.

Шулай уҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дүртенсел гляциогидрология

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Антонович И. И. Опасности гор // Техника альпинизма / Л. Гутман, С. Ходакевич, И. Антонович. — М.: Физкультура и спорт, 1939. — 48 с.
  2. Ледник Колка. История подвижек до трагедии 2002 / Кавказ / Горы мира. Дата обращения: 24 ноябрь 2014.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Долгушин Л.Д., Осипова Г.Б. Ледники. — М.: Мысль, 1989. — С. 94—95. — 447 с. — ISBN 5-244-00315-1.
  • Рототаев К. П., Ходаков В. Г., Кренке А. Н. Исследование пульсирующего ледника Колка. — М.: Наука, 1983. — 168 с.
  • Котляков В.М., Рототаева О.В., Осокин Н.И. Пульсирующие ледники и ледниковая катастрофа на Северном Кавказе, №3. — Вестник Владикавказского научного центра. — Владикавказ, 2004. — Т. 4. — С. 65—71.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]