Коломейцев Николай Васильевич
Никола́й Васи́льевич Коломе́йцев (рус. Коломейцев Николай Васильевич; 1956 йылдың 1 сентябре, Весёловский районы[d], Ростов өлкәһе) — Рәсәйҙең сәйәси эшмәкәре. КПРФ фракцияһынан икенсе (1995—1999), өсөнсө (1999—2003), бишенсе (2007—2011), алтынсы (2011—2016) һәм етенсе (2016 йылдан) саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. КПРФ-тың Ростов өлкә комитеты һәм Ҡырым республика комитетының беренсе секретары[1], КПРФ Үҙәк Комитетының Президиумы ағзаһы.
Биографияһы
Николай Васильевич Коломейцев 1956 йылдың 1 сентябрендә Ростов өлкәһенең Весёловский районы Проциков утарында тыуған. Сальский ауыл хужалығы техникумын, Ростов ауыл хужалығы машиналар эшләү институтын «инженер-механик» һөнәре буйынса тамамлай, унан Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарамағындағы халыҡ хужалығы академияһында «менеджер-иҡтисадсы» һөнәре буйынса уҡый.
Карпат яны Хәрби округында хеҙмәт итә. Хәҙерге ваҡытта — запастағы капитан.
1977 йылдан «Ростсельмаш» комбайн төҙөү заводында слесарь-һынаусы, инженер-технолог, мастер, механик, цех етәксеһе урынбаҫары, цех етәксеһе булып эшләй. КПСС-тың Ростов ҡала комитеты сәнәғәт-транспорт, социаль-иҡтисади бүлектәренең инструкторы, «Микротехника» Фәнни производство берекмәһендә производство етәксеһе була.
1994 йылда Ростов өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышы депутаты итеп һайлана.
2000 йылдың декабрендә һәм 2004 йылдың декабрендә Дондағы Ростов мэры посына тауышҡа ҡуйыла, ике осраҡта ла эшләп йөрөүсе мэр Чернышёв Михаил Анатольевичтан ҡала икенсе урынды биләй[2].
1997 йылдың июнендә Ростов өлкәһенең 145-се Пролетарский бер мандатлы һайлау округы буйынса Рәсәй Дәүләт Думаһына депутат булып һайлана, ә 1999 йылдың декабрендә киренән һайлана. 2003 йы]дың декабрендә үҙенең округында һайлауҙарҙа еңелә. Администрация башлығы урынбаҫары — Ростов өлкәһе Администрацияһының эштәр менән идара итеүсеһе, Чернышёв Михаил Анатольевичтың ҡатыны Степанова Зоя Михайловна 3000-гә күберәк тауыш йыйып, һайлауҙа еңеп сыға. Коломейцев фекере буйынса Һайлау һөҙөмтәләрен боҙоп күрһәтеү осраҡтары була, ошо сәбәпле, судҡа Һайлау һөҙөмтәләрен юҡҡа сығарыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Ләкин суд һайлауҙы закон талаптарына ярашлы үткән тип таный. 2007 йылдың декабрендә Коломейцев КПРФ-тың федераль исемлеге составында яңынан Дәүләт Думаһы депутаты булып һайлана. Дәүләт Думаһының хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт буйынса Комитет ағзаһы була. 2011 йылдың 4 декабрендә КПРФ-тан VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты булып һайлана. 2016 йылдың сентябрендә КПРФ партия исемлеге буйынса VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана (33-сө төбәк төркөмөндә № 1, Ростов өлкәһе)[3]
2015 йылдың 5 авгусында Ростов өлкәһенең губернаторына кандидат булып теркәлә. Һайлауҙарҙа 11,67 % тауыш йыйып, ғәмәлдәге губернаторҙан еңелә. «Советская Россия» гәзитенең мөхәррирҙәр ҡоро ағзаһы.
2021 йылдың йәйендә 8-се саҡырылыш Дәүләт думаһына һайлауҙарҙа кпрф-тың федераль округ буйынса исемлеге составында күрһәтелә. Кандидаттар исемлегенең дөйөм федераль өлөшөндә унынсы номер аҫтында бара, әммә Павел Грудинин унан сығарылғандан һуң исемлектең дөйөм өлөшөндә туғыҙынсы урынды биләй. 2021 йылдың 19 сентябрендә ҮТКӘН ҺАЙЛАУҘАРҘА кпрф исемлек буйынса 48 мандат ала, уларҙың береһе Коломейцевҡа эләгә.
Дәүләт думаһында Кпрф фракцияһы етәксеһе Геннадий зюгановтың беренсе урынбаҫары. 2021 йылдың 12 октябренән Дәүләт думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары. »Советская Россия"гәзитенең мөхәрририәт ағзаһы.
2023 һәм 2025 йылдарҙа мәскәү иҡтисади форумында Ҡатнаша, Унда Үҙәк банктың кредит-аҡса сәйәсәтен тәнҡитләй[4]. 2024 йылдың октябрендә балалар ялын финанслау проблемалары тураһында мәсьәлә күтәрә[5]. 2026 йылдың 17 февралендә хөкүмәткә ауыл агломерацияларын комплекслы үҫтереү тураһындағы мөрәжәғәтте яҡлап сығыш яһай[6]. Әлеге ваҡытта фракция етәксеһенең беренсе урынбаҫары һәм профилле комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары вәкәләттәрен үтәүен дауам итә.
Санкциялар
2022 йылдың 23 февралендә, Украиналағы хәрби махсус операция фонында, Рәсәй президентына Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһындағы мөрәжәғәтен хуплап тауыш биргән өсөн Европа берлегенең санкция исемлегенә индерелә.
2022 йылдың 11 мартында АҠШ Украинаның суверенитетын һәм территориаль бөтөнлөгөн боҙоусы ғәмәлдәргә ярҙам иткән өсөн депутатҡа ҡаршы санкциялар индерә. Шулай уҡ ДНР һәм ЛНР бойондороҡһоҙлоғон таныу яҡлы тауыш биреү өсөн бөйөк британияның санкция исемлегенә индерелә. 15 мартта Япония шундай уҡ санкциялар индерә. Бынан тыш, Канада, Швейцария, Австралия, Украина һәм Яңы Зеландия санкциялары исемлегендә[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй парламентаризмын үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм әүҙем закон сығарыу эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте (12 июнь 2013 йыл)[8];
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең рәхмәт хаты (20 июль 2019, парламентаризмды үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Учредительная конференция Крымского республиканского отделения КПРФ
- ↑ Коломейцев Николай Васильевич. GlobalMSK.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2026.
- ↑ Сведения о проводящихся выборах и референдумах // Сайт ЦИК Российской Федерации
- ↑ Николай Коломейцев. Московский экономический форум. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2026.
- ↑ Николай Коломейцев: Необходимо направить 5% прибыли банков на восстановление инфраструктуры детских лагерей. Государственная Дума (1 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2026.
- ↑ Госдума приняла обращение к Председателю Правительства РФ М.В. Мишустину по вопросу комплексного развития сельских агломераций. Государственная Дума (17 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2026.
- ↑ Official Journal of the European Union L 042I. Council Regulation (EU) 2022/259. — 2022. — ISSN 1977-0677. Архивировано 23 февраль 2022 года.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 12.06.2013 г. № 236-рп. 2 март 2026 тикшерелгән.
Һылтанмалар
- Персональный сайт 2018 йылдың 30 апрель көнөндә архивланған.
- Персональная страница на сайте КПРФ
- Профиль депутата VII созыва, VI созыва, V созыва, III созыва, II созыва на сайте Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации