Кононова Мария Михайловна
Биографияһы
1917 йылда ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын тамамлай. 1917—1918 йылдарҙа Воронеж ауыл хужалығы институтында уҡый, 1921—1925 йылдарҙа Урта Азия университетының физика-математика факультетында биология бүлегендә, 1925—1928 йылдарҙа — аспирантурала микробиология һәм үҫемлектәр физиологияһы кафедраһында эшләй.
1926 йылдан 1932 йылға тиклем Аҡ-Ҡаваҡ тәжрибә станцияһында микробиолог.
1932 йылдан В. В. Докучаев исемендәге Тупраҡ институтында эшләй. 1945—1976 йылдарҙа тупраҡ биохимияһы лабораторияһы мөдире.
1935 йылда диссертация яҡламайынса ауыл хужалығы фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһе бирелә. 1943 йылда «Органическое вещество почв сухих степей Заволжья и процессы превращения его в условиях орошаемого земледелия» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1946 йылдан алып — биохимия профессоры.
Хеҙмәттәре
- Монографиялары
- «Проблема почвенного гумуса и современные задачи его изучения» (1951), 1952 йылда уның өсөн В. В. Докучаев исемендәге премияға лайыҡ була.
- «Органическое вещество почвы. Его природа, свойства и методы изучения» (1963).
1968 йылда был китаптары өсөн СССР Дәүләт премияһы бирелә. Монографиялары Англияла (1961, 1966), ГДР-ҙа (1958), Польшала (1955, 1968), Японияла (1963, 1976), Ҡытайҙа (1956) баҫылып сыға.
1975 йылда «Гумус естественных и освоенных почв» китабы баҫылып сыға.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1953)
- СССР дәүләт премияһы (1968)
- В. В. Докучаев исемендәге премия (1952)
- миҙалдар.
Сығанаҡтар
- Женщины-почвоведы
- Мария Михайловна Кононова: (К 70-летию со дня рождения и 43-летию научной и общественной деятельности. Почвоведение, 1968, № 8.
- Д. С. Орлов. Химия почв.
- ↑ Kononova, Marija Michajlovna // Чешская национальная авторитетная база данных