Крюкова Анна Митрофановна
Тыуған көнө | 24 ноябрь 1919 (104 йәш) |
---|---|
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Крюкова Анна Митрофановна (24 ноябрь 1919 йыл) — СССР-ҙың хеҙмәт алдынғыһы. Ауыл хужалығы, һуңыраҡ — тимер юл транспорты хеҙмәткәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Анна Митрофановна Крюкова (ҡыҙ фамилияһы Борисова) 1919 йылдың 24 ноябрендә, Граждандар һуғышы осоронда, Совет Рәсәйе Воронеж губернаһында күп балалы ғаиләлә тыуған.
Ҡыҙҙың бала сағы ауыр була. Уға 7 йәш кенә булғанда, әсәһе үлеп, атаһы икенсе тапҡыр өйләнә — ғаиләлә тағы биш балаһы тыуа. Аннаға уҡырға тура килмәй — ауыл мәктәбендә дүрт класты тамамлағас, үҙенең ата бер инә башҡа сводный туғандарын бағыу өсөн уҡыуын ҡалдырырға мәжбүр була. Улар үҫеп еткәс, Мәскәүгә китә. Тәүҙә хеҙмәтсе булып эшләй, шунан төҙөлөштә эшләй, киске мәктәпте тамамлай.[1]
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, ул Мәскәүҙә була. 1941 йылдың июлендә Краснодар крайына, әммә унда ла дошман ваҡытлыса оккупацияланған территорияла ярты йыл йәшәргә тура килә. Кубань азат ителгәндән һуң, 1943 йылдан Курганинский районының Сталин исемендәге колхозында комбайн штурвалсыһы була, ә 1946 йылдан алып — ошо уҡ колхоздың баҫыусылыҡ бригадаһында эшләй. 1947 йылда звено етәксеһе, шул уҡ йылда 8 гектар участкала һәр гектарҙан 31, 6 центнер бойҙай уңышы ала.
СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың май Указы менән "колхоз мотлаҡ үтәргә тейеш тапшырыу һәм 1947 йылда МТС эше өсөн натуралата түләүҙе үтәгәндә бойҙайҙан юғары уңыш алған һәм 1948 йылда яҙғы сәсеүгә иген культуралары орлоғо менән тәьмин иткән өсөн Борисова Анна Митрофановнаға, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
Һуңынан А. М. Борисова һөнәрен алмаштыра һәм Мәскәүгә телефон станцияһына телефонистка булып эшкә китә, ә 1955 йылда Мәскәү тимер юлының Мәскәү III станцияһы Ярославль йүнәлеше пассажирҙар депоһына килә һәм Мәскәү — Владивосток поезына оҙатыусы проводник булып эшкә урынлаша. Аҙағыраҡ «Рәсәй» тип аталған был поездың тарихы 1914 йылдан иҫәпләнә. Яңы эшендә Анна Митрофановна шул уҡ поезда оҙатыусы булып эшләүсе Валентин Павлович Крюков менән таныша, улар өйләнешә, ә һуңыраҡ — ире «Рәсәй» поезы начальнигы булып китә. Алты йыл поезд начальнигы булып эшләгәндән һуң, Валентин Павлович яңынан оҙатыусы эшенә күсә һәм ҡатыны менән бергә эшләй. Оҙатыусы һөнәренә Крюкова 26 йыл ғүмерен бирә.[2]
1978 йылда Анна Митрофановна Крюкова «Почётлы тимер юлсы» билдәһенә лайыҡ була, шулай уҡ миҙалдар менән бүләкләнә. 2009 йылда, көнөнә 90 йәше тулыу уңайынан, уға «„РЖД“ асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Тимер юл транспортының почётлы ветераны» тигән билдә тапшырыла.
1981 йылдан алып хаҡлы ялда. Анна Митрофановна Мәскәүҙә яңғыҙ йәшәй, шуға күрә Царицын социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең өйгә йөрөп ярҙам күрһәтеү иҫәбенә ҡуйылған.[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Социалистик Хеҙмәт Геройы(май, 1948)
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (май 1948)
- «Почётлы тимер юлсы» билдәһе
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Герои Социалистического Труда Краснодарского края
Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Трудовая слава Кубани. Под. ред. Н. Л. Заздравных, Краснодар, 2003.