Куюмба нефть-газ конденсаты ятҡылығы

Куюмба нефть-газ конденсаты ятҡылығы, Куюмба НГКМ-ы — Рәсәйҙәге эре нефть-газ конденсаты ятҡылығы (НГКМ).

Красноярск крайының Байкит районы (Хәҙер Эвенкий районы составына инә) Куюмба ауылынан алыҫ түгел, Енисейҙан көнсығышта Һәм Ангаранан төньяҡта, Башлыса Подкаменная Тунгуска йылғаһының һул ярында урынлашҡан[1].

1973 йылда асыла. Үҙләштереү 1997 йылда башлана, 2017 йылдан ятҡылыҡтан нефть ташыу башлана[1][2][3].

Ятҡылыҡты асыу тарихы һәм үҫеше

Эвенкияла нефть һәм газ эҙләү 1960 йылдар аҙағында 1968 йылда «Красноярскнефтегазразведка»тресы ойошторолғандан һуң башлана. 1971 йылдың апрелендә Эвенкияның Байкит районында 3500 метр тәрәнлектәге 1-се Куюмба параметрик скважинаһын быраулау проекты раҫлана[4].

1972 йылда экспедиция ойошторола һәм эҙләү эштәре үткәреү өсөн урын һайлана. Әммә, Подкаменная Тунгускта навигация ҡыҫҡа ваҡытлы булыу сәбәпле, Куюмбинская-1 скважинаһын быраулау нөктәһен күсерергә тура килә, һөҙөмтәлә көтөлмәгән уңышҡа килтерә: 1973 йылда 2319 м тәрәнлектә скважина газ горизонтын аса. Быраулау 2526 м тәрәнлеккә тиклем дауам итә, һәм 1973 йылдың 15 ноябрендә ер аҫтынан тәүге нефть сығарыла[4].

Артабанғы ун йылда янар файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү әүҙем бара, әммә 19 скважинаның өсәүһендә генә продуктив скважина була. Был Куюмба НГКМ-һы перспективалылығын шик аҫтына ҡуя, һәм скважиналар 15 йылға тиерлек консервациялана[4][5].

1997 йылда «Славнефть» нефть һәм газ компанияһы Эвенкияла лицензиялы биш участкала геологик өйрәнеү, разведка һәм сығарыу хоҡуғын ала, уларҙы эшкәртеү өсөн «Славнефть — Красноярскнефтегаз» бүлендек йәмғиәте ойошторола[4].

1997 йылдан 2012 йылға тиклем Эвенкияла 45 эҙләү һәм разведка скважинаһы төҙөлә. Быраулауҙар 119 мең метрға етә, 2D сейсморазведкаһы 8253 км, 3d ысулы менән тикшеренеүҙәр 1532 км² тәшкил итә. 26 скважинала вертикаль сейсмопрофилирлау үткәрелә, был Куюмба ятҡылығының ресурс базаһын арттырыуға булышлыҡ итә. 2013 йылда АВС₁ + С₂ категорияһы буйынса нефть запастарын күҙаллак 281 млн т күрһәтә[5].

2017 йылда «Куюмба — Тайшет» магистраль нефть үткәргес торбаһы эшләй башлай, был ваҡиғанан һуң «Славнефть-Красноярскнефтегаз» геология — разведка предприятиеһынан сығарыусы предприятиеға әйләнә[4].

2023 йылда Куюмба НГКМ-да нефть сығарыу 7 млн тоннанан ашыу тәшкил итә. Был темп 2018 йылғы сәнәғәт сығарыу күрһәткестәренән дүрт тапҡырға күберәк. Лицензия участкаһын разведкалау 2018-2023 йылдарҙа сәнәғәт категорияларында нефть запастарын 27 процентҡа, газ запастарын 36 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирә[6].

Геологик төҙөлөшө

Куюмба НГКМ-ы Юрубчено-Тохом нефть һәм газ тупланыу зонаһына ҡарай һәм Рифей доломит тоҡомдарының тәбиғи резервуары менән бәйле, уларҙың уртаса йәше— 700 000-1 000 000 йылдар. Ятҡылыҡ Себер платформаһының көнбайышында Рифей ҡатламдары буйынса Бүленеп сыҡҡан Мадрин депрессияһы сиктәрендә урынлашҡан. Табылған запастар 2,22,5 км тәрәнлектә ярыҡтарҙа, бушлыҡтарҙа һәм доломит каверналарында ята. Газ ятҡылығы ятҡылыҡтың көнбайыш өлөшөндә 2,2 км тәрәнлектә ята. Ятҡылыҡтың тигеҙ булмауы нефть һәм газ резервуарының төрлө төҙөлөштә булыуы менән аңлатыла. Нефть һәм газ интервалы 250 м, ҡатлам баҫымы гидростатик баҫымдан түбән һәм температураһы яҡынса +30 °с. Нефть еңел: тығыҙлығы 819 кг/м3 тиклем. Көкөрт миҡдары 0,06—0,64 %, ыҫмалалар — 2,41—21,21 %, парафин — 0,64—3,72 %; метан][1].

Бөгөнгө көндә нефть һәм газ запастары 800-1200 млн т һәм 2 трлн трлн м3 ашыу тип баһалана[1].

Эксплуатация

Эксплуатацияны «Славнефть-Красноярскнефтегаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — «Роснефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (оператор) һәм «Газпромнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең берлектәге предприятиеһы башҡара[3]

Куюмба НГКМ-ында юғары технологиялы нефть әҙерләү системаһы, I сифат төркөмө тауар нефте тапшырыу-ҡабул итеү пункты, резервуар парктары, 200 км промысла эсендәге үткәргес торбалар булдырылған. Нефть промыслаһы ике энергоүҙәк етештергән электр энергияһы менән тулыһынса тәьмин ителгән, улар өсөн яғыулыҡ булып нефть газы тора. Ятҡылыҡта электр тапшырыу линияларының оҙонлоғо 200 км-ҙан ашыу[6]

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

  1. 1 2 3 4 Куюмбинское нефтегазовое месторождение. Neftegaz.ru (20 июль 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2024.
  2. Рябинина, 2019
  3. 1 2 По нефтепроводу Куюмба — Тайшет начались поставки сырья (8 август 2017). 18 апрель 2024 тикшерелгән.
  4. 1 2 3 4 5 Разведчики Восточной Сибири (1 апрель 2021). 17 апрель 2024 тикшерелгән.
  5. 1 2 «Большая» нефть Куюмбы. Центральное диспетчерское управление топливно-энергетического комплекса (26 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2024.
  6. 1 2 Накопленная добыча нефти Куюмбинского месторождения превысила 7 млн тонн за пять лет его промышленной эксплуатации. Роснефть (9 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2024.