Күбә
Күбә |
Күбә — бесән йәки һаламдың көмбәҙ рәүешле өйөмдәре, ғәҙәттә, бесән эшләгән ваҡытта кәбәндәргә өйөр өсөн бер нисә күтәремде тығыҙлап тапап һалына [1]. Күләме кәбәндән һәм эҫкерттән бәләкәй булыуы менән айырыла.
Күбә һалыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бесәнде 25-40% дымлылыҡҡа тиклем киптергәндән һуң күтәремләп күбәгә өйәләр. Күбәлә бесән артабан кибә тора. Шунан һуң уны йә кәбәнгә, йә эҫкерткә һалалар, йәки япма аҫтына, һарайға ташыйҙар. Күбә ауырлығы яҡынса 0,75−4 центнер тәшкил итә, уның ҙурлығы уңдырышлылыҡҡа һәм урындағы шарттарға бәйле. Бесәнде күбәгә йыйыу өсөн һөйрәткес һәм күбәләгес ҡулланырға мөмкин. һаламды иген культураларын урып-йыйыу ваҡытында күбәләйҙәр. Шулай уҡ иген йыйыусы комбайндарҙың күбәләгестәре лә ҡулланыла[2].
Күбә көмбәҙ рәүешле итеп һалына һәм дөрөҫ һалынһа, ямғыр яуғанда һыу эскә үтмәй, өҫтөнән тәгәрәй. Күбәгә һыу үтһә, бесәндең "яныуына" килтереүе мөмкин [3].
Ҡайһы саҡ күбәне көлтәнән дә һалалар[4][5].
Хәҙерге заманда күбәләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл хужалығын механизациялау күбә һалыу яйлап пресс-подборщик (йыйғыс) менән алмаштырыла бара һәм бесән, һалам рулон брикеттарға һәм төргәктәргә һалына. Улар туранан-тура япма аҫтына ташыла йәки эҫкеркә һалына. Был эште еңеләйте һәм һәм ташыуҙы, тейәү-бушатыу эштәрен тиҙләтергә, һаҡлана торған урындарҙа урынды әҙерәк биләргә лә мөмкинлек бирә[6][7].
Майҙан үлсәме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күбә — элгәре сабынлыҡтарҙың майҙанын үлсәү бермәге булараҡ та ҡулланылған, 1876 йылдың 25 майындағы межалау инструкцияһына ярашлы (5-се бүлек, 9-сы статья), бер күбә дисәтинәнең унынсы өлөшөнә тура килгән. XVI быуат аҙағына 100 күбә 5 дисәтинә тәшкил иткән[8].
Шулай уҡ күбә урып алынған игенде үлсәү сараһы булараҡ ҡулланылған. 13-әр күбәнән 4 сатраш (крестец) , ә ҡайһы бер губернияларҙа сатрашҡа 100 йә 60 күбә тура килгән[8]
Топонимикала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостандың Бөрйән районында Күбәташ тигән ҡая бар. Ул күренеше менән күбәгә оҡшап та тора.[9]
Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башҡорт теленең ?үҙлеге. 1-се том. Мәскәү, 1993. - 559-сы бит
- ↑ Копна, Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия 1969—1978.
- ↑ Копна 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған., Сельскохозяйственный словарь-справочник.
- ↑ Копна, Большой толковый словарь русского языка. 1-е изд-е: СПб.: Норинт С. А. Кузнецов. 1998.
- ↑ Копна, Толковый словарь Ушакова.
- ↑ Технология прессования сена в рулоны(недоступная ссылка) Статья на сайте зооинженерного факультета РГАУ-МСХА.
- ↑ Заготовка прессованного сена. Травы в полевых севооборотах, Статья на со ссылкой на: Кузьмин Н. А., Новиков Н. Н., Ивкина Е. М., Кузьмин В. Н. Кормопроизводство /Под ред. проф. Н.А. Кузьмина. — М.: КолосС, 2004. — 280 с: ил.; Иванов А. Ф. и др. Кормопроизводство/А. Ф. Иванов, В. Н. Чурзин, В. И. Филин. — М.: Колос, 1996. — 400 с: ил.
- ↑ 8,0 8,1 Копна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Шулай уҡ "Күбәташ" тигән халыҡ йыры ла бар Күбәташ [1](недоступная ссылка)