Күкбаш турғай
Ҡылыҡһырлама
Турғайҙан бәләкәйерәк. Ботаҡтан ботаҡҡа һикергеләп йөрөүсе ҡошсоҡ. Түбәһе сағыу күк, аҫтынан аҡ һыҙыҡтар үтә. Аҡ сикәләре ҡара һыҙыҡ менән уратылған. Ҡанаттары һәм ҡойроғо күк, арҡаһы йәшел. Кәүҙәһенең аҫ яғы һары, уртаһынан өҙөк-өҙөк ҡара һыҙыҡ үтә. Ҡарабаш турғайҙан бәләкәйлеге һәм күк башы менән айырыла.
Йәшәү рәүеше
Япраҡлы урмандарҙа йәшәй. Бөжәктәр һәм уларҙың ҡурсаҡтары менән туйына. Йылы яҡҡа китмәй. Бер урындан икенсе урынға күсеп йәшәй. Ағас ҡыуыштарында оялай. Ҡыҙғылт көрән һипкелле 9—13 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
Әҙәбиәт
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9
Иҫкәрмәләр
{{|de}} {{|sv}}