Күндерәү (Силәбе өлкәһе)
Тарихы
"Ерҙе күсереү тураһында" ғы указға ярашлы XVIII быуат башында Шадринск өйәҙенән "Кундравов-күл" биҫтәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар менән 70 казакты күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1750 йылда игенселек биләмәһе булдырыла, һөнәрселәр оҫтаханаһы, сауҙа кибете төҙөлә. 1754 йылда станицала сиркәү барлыҡҡа килә.
1774 йылдың 3 ғинуарында Пугачев ихтилалы ваҡытында Күндерәү халҡы ҡәлғәнең ҡапҡаһын аса һәм бунтовсылар яға күсә. 1774 йылдың 29 майында ҡәлғәһе Пугачев тарафынан яндырыла. Ихтилалды баҫтырғас, Күндерәү биҫтәһенә Башҡортостан казактары күсеп киләләр.
Бында йәрминкәләр бик күңелле һәм киң үткәрелгәндәр. Сауҙагәрҙәр үҙҙәренең тауарын төрлө яҡтарҙан килтергәндәр. Урта Азиянан - бохара туҡымалары һәм балаҫтары, Ҡаҙағстандан һәм Башҡортостандан - аттар, Себерҙән йәнлек тиреләре алып килгәндәр.
1921 йылда Күндерәү ауылында совет власы булдырыла. Совет һайлана, "Восточная звезда" коммуны һәм "Пахарь" һәм "Южный Урал" колхоздары ойошторола. 1962 йылда колхоз "Кундравинский" совхозына берләшә..[2]
1935 йылдан алып Күндерәү ауылы Мейәс районы үҙәгенә әйләнә. Ә 1957 йылдан алып ауыл Сыбаркүл районы составында.
Этимологияһы
Атама башҡорттарҙың Күндерәс тигән ирҙәр исеменән килеп сыҡҡан тип һанайҙар. Күл буйында Күндерәс исемле ғәйрәтле бер ир уҙаманы йәшәгән тигән риүәйәт бар.[3].
Инфраструктура
Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, ике китапхана, балалар сәнғәт мәктәбе, дауахана һәм район туберкулез диспансеры бар.
Күренекле шәхестәре
- Герасимов Сергей Аполлинариевич—совет кинорежиссёры, актёр, сценарист, драматург һәм педагог, ВГИК профессоры.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ туристический портал Челябинской области
- ↑ Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.