Күндерәү (күл)
Күндерәү (күл) | |
---|---|
Дәүләт | |
Күндерәү — (рус. Кундравинское) - Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районындағы күл, Сыбаркүл ҡалаһының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан.
География
Административ йәһәттән Күндерәү ауыл биләмәһенә инә.
Этимологияһы
Атама башҡорттарҙың Күндерәс тигән ирҙәр исеменән килеп сыҡҡан тип һанайҙар. Күл буйында Күндерәс исемле ғәйрәтле бер ир уҙаманы йәшәгән тигән риүәйәт бар. XVIII быуат уртаһында Кундравинская тигән слободаһы, һуңғараҡ — казак станицаһы һәм Кундравы ауылы барлыҡҡа килә [1].
Тәбиғәте
Күл төбө тигеҙһеҙ, ҡалын ләм ҡатламы менән ҡапланған. 2010 йылға тиклем бында балыҡ тотоу тыйылған булған, хәҙер балыҡ тотоу түләүле. Бында бик күп төр балыҡтар үрсей [2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7.
- ↑ Кундравинское (Кундравы) . Reki-ozera.ru. Дата обращения: 19 май 2013. Архивировано 23 май 2013 года.