Күрәсәк

Күрәсәк (Аллаһ ҡушҡаны, грек. πρόνοια, лат. Providentia; рус. Провидение) — Аллаһтың, Юғары Көстөң, айырыуса кеше һәм кешелекте барлыҡҡа килтереүҙә иң ҙур мәнфәғәткә йүнәлтелгән маҡсатҡа ярашлы эш итеүе.

undefined

Башҡорттарҙа күрәсәк

Башҡорт халҡында тәҡдир, яҙмыш (маңлайға яҙылған тормош юлы), насип төшөнсәләре менән бер рәттән «күрәсәк» тигәне лә бар. Ул алда булаһы яҙмыш, башҡа киләсәк хәл мәғәнәһендә ҡулланыла[1]

Ауыҙ-тел ижадында ошо хаҡта мәҡәлдәр ҙә бар:

  • Күрәсәкте күрмәй, гүргә кереп булмай.
  • Күрәсәк күҙ йомдора.

Һөйләштә шулай уҡ «күрәһе», «күрәһеләр» рәүешендә лә ҡулланыла:

  • Күрәһен күрмәй кеше гүргә инмәй.
  • Күрәһеләр бар икән

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Күрәсәк//Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, «Русский язык», 1993. — 1-се том, бит— ISBN 5-200-01108-6

Әҙәбиәт


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Тема буйынса өҫтәмә