Кәлимуллина Лариса Айрат ҡыҙы

Лариса Айрат ҡыҙы Кәлимуллина (рус. Калимуллина Лариса Айратовна; 1972 йылдың 20 сентябре, Аксаков, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй ғалимы, тел белгесе. 2000 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2006).

Биографияһы

Лариса Айрат ҡыҙы Кәлимуллина 1972 йылдың 20 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы Аксаков ауылында тыуған.

1996 йылда Башҡорт дәүләт университетында филология факультетын тамамлаған. 2000 йылдан бирле Башҡорт дәүләт университетында уҡыта[1].

2011 йылдан Дөйөм һәм сағыштырма-тарихи тел ғилеме кафедраһы мөдире[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

1999 йылда «Эмотивная лексика и фразеология русского литературного языка: Синхронический и диахронический аспекты» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын, 2006 йылда «Семантическое поле эмотивности в русском языке: синхронный и диахронический аспекты : с привлечением материала славянских языков» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[3].

Кәлимуллина Лариса Айрат ҡыҙының фәнни тикшеренеүҙәре система һәм функциональ семантика проблемаларына, тарихи лексикологияға, контраст лексикаға (рус, болгар, поляк, чех телдәре материалында), текст теорияһына бағышланған. 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

Фәнни хеҙмәттәре

  • История эмотивной лексики и фразеологии русского языка. Уфа, 2004;
  • Социо- и психолингвистический портрет носителя языка в условиях полиязычного Башкортостана. Уфа, 2007 (соавт.)
  • Динамические процессы в сфере лексики: системный и функциональный аспекты (на материале памятников русского языка ХV-ХVII вв.). Уфа, 2014 (соавт.)[1].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 Кәлимуллина Лариса Айрат ҡыҙы. Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026.
  2. ↑ БДУ-ның Ғилми советы. Башҡорт дәүләт университеты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026.
  3. ↑ Тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 10.02.01, доктор филологических наук Калимуллина, Лариса Айратовна. Электронная библтотека диссертаций. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026.