Кәримова Роза Шәйхетдин ҡыҙы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тыуған көнө 7 ноябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (89 йәш)
Һөнәр төрө актриса
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған урыны
Гражданлығы

Кәримова Роза Шәйхетдин ҡыҙы (7 ноябрь 1935 йыл10 август 2020 йыл, БАССР, Нуриман районы, Иҫке Күл ауылы) — театр актёры. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1985), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977) һәм атҡаҙанған (1972) артисы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Роза Кәримова 1959 йылда Мәскәүҙә А. В. Луначарский исемендәге Театр сәнғәте дәүләт институтын тамамлағандан һуң (Б. В. Бибиков һәм О. И. Пыжова курсы) Башҡорт академия драма театрына эшкә ҡайта. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ҡуйған спектаклдәрҙәге төрлө ролдәрҙә уйнай. Ул лирик-һәм драматик ролдәрҙе лә, комик‑сатирик ролдәрҙе лә уңышлы башҡара. Сит ил, рус һәм башҡорт авторҙары пьесалары буйынса был театр сәхнәһендә ҡуйылған спектаклдәрҙә 80-дән ашыу образ ижад итә.

1989 йылдан 1995 йылға тиклем Республика йәш тамашасы театры (хәҙерге Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры) актёры була.

1961 йылдан алып Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.

1966 йылда СССР-ҙағы поляк драматургияһы фестивалендә «Улар дүртәү ине» (Х. Вуолийоки, режиссёры Изабелла-Мария Цивиньска, Польша) трагикомедияһында Ҡатын роле өсөн Роза Каримова тәнҡитселәрҙең һәм фестиваль комиссияһы ағзаларының юғары баһаһына лайыҡ була. 1977 йылда Польшала үткәрелгән Совет драматургияһы фестиваленә почетлы ҡунаҡ сифатында саҡырыла[1].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Роза Кәримованың ире — актёр, режиссёр, 1969—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы мәҙәниәт министры Вил Сәғит улы Кәримов. Роза Шәйхетдин ҡыҙы үҙен ирҙән уңдым тип һанай, театр һәм сәнғәтте бик яҡшы белгән Вил Сәғит улы уның ижади эшмәкәрлеген баһалаусы, тәнҡитсе була[2]. Кәримовтарҙың улы Булат Кәримов — режиссёр, БСТ тапшырыуҙарын алып барыусы. Тамашасылар уның эшмәкәрлеге менән «Следопыт» тапшырыуы аша таныш[3].

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт драма театрында тыуҙырған образдары: Люся («Эҙләнеү йылдары» — «Годы странствий», А. Н. Арбузов; дебют, 1959), Ғилминур («Әсәләр көтәләр улдарын», Ә.М.Мирзаһитов), Хәҙисә («Ҡыҙыл паша», Н.Асанбаев), Бимаза («Диктаторға ат бирегеҙ!», М.Кәрим), Мирандолина («Хозяйка гостиницы» К.Гольдони), Джен («Мария Тюдор», В.Гюго), Ғилминур («Әсәләр көтәләр улдарын», Ә. Мирзаһитов) һ.б.

Милли Йәштәр театрындағы ролдәре — Палапан («Иҙеүкәй менән Мораҙым», М. А. Буранғолов), Кукушкина («Төшөмлө урын», А. Н. Островский), Макпал («Мөхәббәт тураһында легенда», Г. М. Мусрепов).

Актёрҙың таланты классик репертуар спектаклдәрендә тулы асыла: Джульетта («Ромео һәм Джульетта», У.Шекспир), Нина Заречная («Аҡсарлаҡ», А. П. Чехов), Надежда Коломийцева («Һуңғылар», М.Горький), Акулина, Анна Дмитриевна («Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә», «Тере мәйет», Л. Н. Толстой) һ.б.[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]