Көк-мончак теле
Күкмунсаҡ теле (рус. Кёк-мунчак) — тыва, тофалар, сойот-цатан (уйғыр-урянхай) (саян телдәре) һәм цэнгэль телдәренә яҡын төрки тел. Тыва һәм цэнгэль телдәренең көнбайыш диалекттары һымаҡ, саян телдәренең дала кластерына ҡарай. Монголияла һәм Ҡытайҙа таралған. Көкмунчак — күк мунсаҡ (голубые бусы) мәғәнәһендә[1]. Күкмунсаҡ телендә Ҡытай Халыҡ Республикаһының Синьцзян-Уйғыр автономиялы районының Алтай округында йәшәүсе тываларҙың ҙур булмаған ҡәбилә вәкилдәре һөйләшә, үҙ яҙмаһы юҡ. Күкмунсаҡтар монгол һәм ҡаҙаҡ мәктәптәрендә уҡый. Туған телдең функциональ ҡеүәттәре ныҡ сикләнгән. Күкмунсаҡ телен өйрәнеүҙе Ҡытай белгестәре алып бара.[1]
Иҫкәрмәләр
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Цэнгэль теле
Һылтанмалар
- Тенишев Э. Р. «Избранные труды» Уфа, 2006 г. стр.186-190 </ref>
- Тенишев Әҙһәм Рәхим улы. «Избранные труды». — Өфө: «Китап», 2006 й. — С. 186—190 б.б. (рус.).