Көнбайыш Белоруссия

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Көнбайыш Белоруссия
Заходняя Беларусь
Ил
Тарихы һәм географияһы
ре ҡалалары Гродно, Брест, Барановичи, Пинск, Белосток (1939 йылдан 1946 йылға тиклем)
Көнбайыш Белоруссия на карте
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа
Көнбайыш Белоруссия 1940 йылдың 3 мартындағы СССР-ҙың сәйәси-административ картаһында.

Көнбайыш Белоруссия (бел. Заходняя Беларусь) — 1921 йылдан 1939 йылдың сентябренә ҡәҙәр Польша Республикаһы составында булған Белоруссия территорияна ҡарата СССР-ҙа ҡулланылған термин. 1939 йылдың 2 ноябрендә СССР составына рәсми рәүештә индерелә[1].

Терминдың барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Терминдың барлыҡҡа килеү ваҡыты аныҡ билдәле түгел. Белоруссия тарихсыһы И. Ковкель буйынса термин 1920 йылда барлыҡҡа килгән һәм был территорияны поляк ғәскәрҙәре менән биләүгә бәйле. Польша тикшеренеүсеһе А. Бергман был атаманың барлыҡҡа килеүен 1923 йылда Көнбайыш Беларусь Коммунистар партияһын төҙөү менән бәйләй. Совет тарихнамәһендә Икенсе донъя һуғышы осоронда «Көнбайыш Белоруссия» төшөнсәһе «Белорус ССР-ының көнбайыш өлкәләре» терминына алыштырыла.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Версаль килешеүе һөҙөмтәләре буйынса, Польшаның көнсығыш сиге Керзон һыҙығы (линияһы) буйынса үтергә тейеш була, быны Польша 1920 йылда таный[2]. 1930 йылғы һайлауҙарҙан һуң Польша Сеймында белорус вәкилдәренең өлөшө кәмей.

1939 йылдың 29 октябрендәБелорусское народное собрание приняло решение о включении Западной Белоруссии в состав СССР.

Польша репрессив сәйәсәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Польша Хөкүмәте ХХ быуаттың 30-сы йылдары башында санация авторитар сәйәсәтен алып бара башлай, ошо сәйәсәт сиктәрендә милли һәм дини әҙселектәрҙе ассимилиция үткәрелә. Польша властары тарафынан Көнбайыш Белоруссия территорияһында Берёза-Картузскаяла концентрацион лагерь асыла, ул 1934 йылдың июненән 1939 йылдың сентябренә ҡәҙәр эшләй. Совет яҡлы һул партиялар, шул иҫәптән Белорус эшсе-крәҫтиән громадаһы һәм Көнбайыш Беларусь Коммунистар партияһы, ағзаларына ҡарата репрессиялар була.

Совет репрессив сәйәсәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Минск өлкәһенең Дәүләт архивының ғилми хеҙмәткәре Василий Матох яҙыуынса, Көнбайыш Беларусь территорияһында 21 төрмә була. 1941 йылдың 19 июненән 20 июненә ҡарай төндә 24 412 кеше репрессиялана[3].

Көнбайыш Белоруссиянан эмиграция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көнбайыш Белоруссиянан сағыштырмаса бәләкәй эмиграция була: Польшаның рәсми мәғлүмәттәренә ярашлы 1927—1938 йылдарҙа Вильно, Новогрудск, Полесье һәм Белосток воеводаларынан даими рәүештә сит илдәргә йәшәргә 97,6 мең кеше китә[4]. Улар башлыса АҠШ, Аргентина, Латвия, Литва, Чехословакия һәм Францияға юлланалар[5].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1921 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы Көнбайыш Беларустең дүрт воеводалыҡтарында (Вильно, Новогрудск, Полесье һәм Белосток) — 1034,6 мең, ә 1931 йылда — 984,1 мең белорус йәшәгән[6]. Бында шуны билдәләп үтер кәрәк, Көнбайыш Белорусь халҡының күп өлөшө үҙ милләтен билдәләмәгән — мәҫәлән, Полесье воеводалағында 1931 йылғы йән иҫәбен алыу буйынса 707 мең кеше (барлыҡ воеводалыҡ халҡының 62,4 %) үҙенең телен «тутэйший» тип атағандар[7].

Административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көнбайыш Белоруссияның Халыҡ Йыйылышы уҙғарылып Белорус ССР-ына ҡушылғандан һуң, Көнбайыш Беларусь биш өлкәнән торған (1940 йылдың ғинуарына ҡарата):

  • Барановичи өлкәһе
  • Белосток өлкәһе
  • Брест өлкәһе
  • Вилейск өлкәһе
  • Пинск өлкәһе

1944 йылда Беларусте нацистарҙан азат иткәндән һуң, өлкәләр бүлгеләнә. Көнбайыш Белоруссия территорияһында артабанғы яңынан ойошторолған өлкәләр урынлаша: тулыһынса Гродно һәм өлөшләтә — Полоцк. Вилейск өлкәһенең исеме Молодченск өлкәһе тип үҙгәртелә.

Беларустең Польша менән хәҙерге көнбайыш сиге, Польша файҙаһына бәләкәй генә тайпылыуҙар менән «Керзон һыҙығы» буйлап үтә. 1945 йылғы Ялта конференцияһы һөҙөмтәләре буйынса, Белосток өлкәһе, һәм шулай уҡ Гродно һәм Брест өлкәләренең бәләкәй генә участкалары Польша Халыҡ Республикаһына бирелә. Хәҙерге административ бүленеш буйынса, Көнбайыш Беларусь территорияһында Брест һәм Гродно өлкәләре, Минск һәм Витебск өлкәләренең көнбайыш райондары һәм Гомель өлкәһе Житковичи районының бәләкәй төньяҡ-көнбайыш участкаһы урынлашҡан[8].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Закон СССР от 02.11.1939 О включении Западной Белоруссии в состав Союза Советских Социалистических Республик с воссоединением её с Белорусской Советской Социалистической Республикой
  2. Мельтюхов М. И. Советско-польские войны: военно-политическое противостояние. 1918—1939 гг. — М.: Вече, 2001. — С. 71. — 460 с. — 7000 экз. — ISBN 5-7838-0951-9.
  3. Эвакуация… на тот свет | Інстытут беларускай гісторыі і культуры. Дата обращения: 6 ғинуар 2013. Архивировано 2 февраль 2013 года. 2013 йылдың 29 октябрь көнөндә архивланған.
  4. Стрелец М. В., Билевич О. И. Общественно-политическая и культурная деятельность белорусской эмиграции в 1918—1939 гг. // Гуманитарные и юридические исследования. — 2015. — № 1. — С. 77 — 78
  5. Стрелец М. В., Билевич О. И. Общественно-политическая и культурная деятельность белорусской эмиграции в 1918—1939 гг. // Гуманитарные и юридические исследования. — 2015. — № 1. — С. 78 — 79
  6. Шевченко К. «Нас считают то москалями, то большевиками…» Пресса Западной Беларуси о положении белорусов в возрожденной Польше // Родина. — 2012. — № 7. — С. 123
  7. Самосюк Н. В. Изменение национальной идентичности в контексте деятельности православной церкви в Западной Беларуси в межвоенный период // Веснік Беларускага дзяржаўнага універсітэта культуры і мастацтваў. — 2014. — № 2 (22). — С. 28
  8. «Договор между Союзом Советских Социалистических Республик и Польской Республикой о советско-польской государственной границе» от 16 августа 1945 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Горбунов, Т. Воссоединение белорусского народа в едином советском социалистическом государстве / Т. Горбунов. — Москва : Государственное издательство политической литературы, 1948. — 231 с.
  • Беларуская нацыя : Уз’яднанне, верасень 1939 г. — чэрвень 1941 г.: Зборнік дакументаў і матэрыялаў / склад. У. Ф. Ладысеў. — Мінск, БДУ, 2004. — 197 с.
  • Игнатенко, И. М. Иностранная военная интервенция в Белоруссии, 1917—1920 / И. М. Игнатенко, И. П. Ломако, Е. К. Прыгунова. — Минск : Навука і тэхніка, 1990. — 341 с.
  • Лочмель, И. Ф. Очерк истории борьбы белорусского народа против польских панов 2015 йылдың 8 декабрь көнөндә архивланған. / И. Ф. Лочмель. — Москва : Воениздат, 1940. — 164 с.
  • Мараш, Я. Н. Политика Ватикана и католической церкви в Западной Белоруссии (1918—1939) 2015 йылдың 11 июль көнөндә архивланған. / Я. Н. Мараш. — Минск : Беларусь, 1983. — 96 с.
  • На пераломе эпох : станаўленне беларускай дзяржаўнасці (1917—1920 гг.) / П. І. Брыгадзін, У. Ф. Ладысеў. — Мінск, БДУ, 1999. — 127 с.
  • Паміж Усходам і Захадам : станаўленне дзяржаўнасці і тэрытарыяльнай цэласнасці Беларусі (1917—1939 гг.) / П. І. Брыгадзін, У. Ф. Ладысеў. — Мінск, БДУ, 2003. — 307 с.
  • Основные моменты исторического развития Западной Украины и Западной Белоруссии 2017 йылдың 19 май көнөндә архивланған. / В. И. Пичета. — Москва : Государственное социально-экономическое издательство, 1940. — 136 с.
  • Полуян, В. А. Революционное и национально-освободительное движение в Западной Белоруссии в 1920—1939 гг. / В. А. Полуян, И. В. Полуян. — Минск : Государственное издательство БССР, 1962. — 220 c.
  • Полуян, В. А. Революционно-демократическое движение в Западной Белоруссии (1927—1939 гг.) / В. А. Полуян. — Минск : Наука и техника, 1978. — 357 с.
  • Полуян, И. В. Западная Белоруссия в период экономического кризиса, 1929—1933 гг. / И. В. Полуян; под ред. М. П. Костюка. — Минск : Навука і тэхніка, 1991. — 207 с.
  • Революционный путь Компартии Западной Белоруссии (1921—1939 гг.) / А. Н. Мацко [и др.]. — Минск : Беларусь, 1966. — 401, [2] с.

Мәҡәләләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Трафімчык, А. «Раз абсеклі Беларуса Маскалі ды Ляхі…». Падзел Беларусі 1921 г. у паэтычным асэнсаванні Янкі Купалы / А. Трафімчык // Дзеяслоў. — 2012. — № 2 (57). — C. 275—294. (Ч. 1; Ч. 2)
  • Трафімчык, А. Хто чужаніцы? Якуб Колас пра падзел Беларусі 1921 года / А. Трафімчык // Дзеяслоў. — 2012. — № 5 (60). — C. 279—292. (Ч. 1; Ч. 2)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Освобождение» — документальный фильм об освобождении Западной Украины и Западной Белоруссии. 1940 г.