К. Д. Ушинский һәйкәле

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
К. Д. Ушинский һәйкәле
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург, Набережная реки Мойки[d] и А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университеты
Дәүләт
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза и гранит[d]
Архитектор Всеволод Иванович Яковлев[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Рәсем

К. Д. Ушинский һәйкәле — Рәсәйҙең Санкт-Петербург ҡалаһындағы скульптуралы монумент. Ул рус педагогы һәм яҙыусыһы К, Д. Ушинскийға ҡуйылған. Һәйкәл 1961 йылда Санкт-Петербургтың Мойка йылғаһы ярындағы А. И. Герцен исемендәге Рәсәй педагогия университеты бинаһы алдында урынлаштырылған. Һәйкәл проектының авторҙары булып Ленинград ҡалаһында байтаҡ һәйкәлдәр проекттарын төҙөгән, был эштең оҫтаһы булған скульптор В. В. Лишев һәм архитектор В. И. Яковлевтар тора. Был һәйкәл федераль әһәмиәткә эйә мәҙәни мираҫ объекты булып тора[1].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәйҙең Санкт-Петербург ҡалаһында бөйөк рус педагогы һәм яҙыусыһы Константин Дмитриевич Ушинскийға һәйкәл булдырыу планы Октябрь революцияһына тиклем үк барлыҡҡа килә. Советтар Союзында һәйкәл өсөн аҡса йыйыуға яҙылыу комитеты булдырыла һәм был комитет 1914 йылда илдә һәйкәлдең проектын төҙөргә конкурс иғлан итә. Ошо конкурс һөҙөмтәләре буйынса скульптор Н. Л. Аронсон проекты еңеүсе итеп таныла. Һәйкәл ҡуйырға урынды Сердобольский урамының № 8 йорто алдына, буласаҡ К. Д. Ушинский исемендәге Училище йорто алдында, урынлаштырырға план ҡорола, ләкин был пландар төрлө сәбәптәр арҡаһында тормошҡа ашырылмай ҡала[2].

1945 йылда Советтар Союзының Ленинград ҡалаһында бөтә донъяға билдәле педагогтар Дистервиг, Песталоцциҙар рәтендәге бөйөк рус педагогы Константин Дмитриевич Ушинскийға һәйкәл ҡуйыу тураһында һуңғы ҡарар СССР Халыҡ комиссарҙары Советы тарафынан педагог К. Д. Ушинскийҙың вафатына 75 йыл тулыу айҡанлы ҡабул ителә. Буласаҡ һәйкәлдең проекты итеп скульптор В. В. Лишевтың һәм архитектор В. И. Яковлевтың төҙөгән моделе ҡабул ителә. Ул моделдең проекты буйынса «Монументскульптура» заводында 1953 йылда бронза скульптура ҡойола. Булсаҡ һәйкәлдең постаментын әҙерләү менән Ленинград таш эшкәртеү заводы шөғөлләнә. Ленинград ҡалаһында, А. И. Герцен исемендәге Рәсәй педагогия институты алдында, һәйкәл асыу тантанаһы 1961 йылдың 30 июнендә үткәрелә[3].

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк педагог Константин Дмитриевич Ушинскийҙың һыны тулыһынса пьедесталға баҫтырып эшләнгән[4]. Скульптор педагог тормошоноң һуңғы осорон, уның билдәлелек һәм танылыу алған сағын, һүрәтләгән. Скульптор Константин Дмитриевич Ушинскийҙың кешелеклелеге образын асыуға өлгәшә алған[5]. Һоро төҫтәге шымартылған тура мөйөшлө гранит постамент менән кешелекле педагог фиғылы бик яҡшы яраҡлашҡан. Был скульптураның бейеклеге 3,5 метр тәшкил итә, постаментының бейеклеге — 4 метрға тиң[3].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
  2. Петербург — 1914 — Петроград. Хронологическая мозаика столичной жизни
  3. 3,0 3,1 Энциклопедия Санкт-Петербурга. Ушинскому К. Д., памятник
  4. Лисаевич И. И., Бехтер-Остренко И. Ю. Памятники деятелям науки и культуры // Скульптура Ленинграда — Ленинград: Искусство, 1963.
  5. Воронов Н. В. Советская монументальная скульптура, 1960—1980. — С. 150