Лаврентьев Владимир Николаевич
Лаврентьев Владимир Николаевич (4 октябрь 1944 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ көнкүреше тауарҙары, сауҙа, клммуналь-көнкүреш һәм халыҡҡа башҡа хеҙмәт күрһәреү буйынса комиссия ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
Лаврентьев Владимир Николаевич 1944 йылдың 4 октябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған. Милләте — рус, юғары белемле — 1974 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын (хәҙерге Магнитогорск дәүләт техник университеты) тамамлаған.
1964—1967 йылдарҙа, Белорет металлургия техникумын тамамлағас, Савет армияһына саҡырыла. 1967 йылдан Белорет трактор рессорҙары һәм пружиналары заводында мастер, өлкән мастер, планлаусы булып эшләй. 1975—1981 йылдарҙа КПСС-тың Белорет ҡала комитеты сәнәғәт бүлегендә инструктор 1981—1993 йылдарҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы начальнигы, Белорет ҡалаһы ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы. 1993 йылдан махсуслаштырылған идаралыҡ начальнигы. [1]
Белорет ҡалаһы 76-сы Куйбышев һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ көнкүреше тауарҙары, сауҙа, клммуналь-көнкүреш һәм халыҡҡа башҡа хеҙмәт күрһәреү буйынса комиссия ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе. [2]
Ҡарағыҙ
- [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге]]
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104