Лаврентьев Сергей Николаевич (ғалим)
Сергей Николаевич Лаврентьев (рус. Лаврентьев Сергей Николаевич; 1952 йылдың 19 апреле, Өфө) — совет һәм Рәсәй тарихсы?ы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры (2011—2015).
Биография
Лаврентьев Сергей Николаевич 1952 йылдың 19 апрелендә Өфөлә тыуған.
1969—1970 йылдарҙа «Молния» Өфө агрегат конструкторлыҡ бюроһында слесарь булып эшләгән, 1970—1972 йылдарҙа армияла хеҙмәт иткән.
1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих бүлеген тамамлаған. Университеттың ВЛКСМ комитеты секретары булараҡ, Башҡортостандағы студенттар төҙөлөш отрядтары хәрәкәтенә күп йылдар ҡатнашыусы булараҡ көс һалған[1].
1977 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты кафедраһы ассистенты, 1978 йылдан — Мәскәү дәүләт университеты аспиранты. Аспирантураны тамамлағас, 1982—1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡытҡан (фәлсәфә кафедраһы ассистенты, фәнни коммунизм кафедраһы өлкән уҡытыусыһы, сәйәсәт фәне кафедраһы доценты), шулай уҡ ВЛКСМ комитеты секретары, университет парткомы секретары итеп һайланған.
1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡытҡан: дәүләт идараһы факультеты деканы, сәйәсәт фәне кафедраһы мөдире, 1996 йылдан — академияның фәнни эштәр буйынса беренсе проректоры. 2008—2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы дәүләт кәңәшсеһе.
2011 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры, академияның ғилми советы рәйесе. 2015 йылдың 10 майында үҙ теләге менән ректор вәкиллеген һалған, вазифаларҙы элекке уҡыу-тарбиә эштәре буйынса проректор, гражданлыҡ хоҡуғы һәм процесы кафедраһы мөдире Гүзәл Колобоваға йөкмәткән.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлеге йәмәғәт ойошмаларының Консультатив советы рәйесе.
Фәнни эшмәкәрлеге
Төп тикшеренеү йүнәлештәре:
- сәйәси регионалистика,
- һайлау технологиялары,
- яңы элиталы төркөмдәрҙең сәйәси институтлашыу мәсьәләләре.
Өс монография һәм яҡынса 100 фәнни баҫма авторы.
Бүләктәр һәм исемдәр
- БАССР Юғары Советы Президиумы Грамотаһы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
- Рәсәй Федерацияһының юғары мәктәптең атҡаҙанған хеҙмәткәре
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
- Салауат Юлаев ордены[2]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Махмутов Н. А строй отряды … шагают дальше. — Уфа: Лето, 2012. — С. 306. — 344 с. — ISBN 978-5-8708-060-1.
- ↑ Лаврентьев Сергей Николаевич награждён орденом Салавата Юлаева. Башкирская академия государственной службы и управления при Главе Республики Башкортостан (20 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» — Лаврентьев Сергей Николаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2022)