Латипов Урал Рамдраҡ улы
Ура́л Рамдракович Латы́пов (рус. Латыпов Урал Рамдракович; 1951 йылдың 28 феврале, Яңы Ҡатай, Башҡорт АССР-ы) — Белоруссияның дәүләт һәм йәмәғәт-сәйәси эшмәкәре. Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы Илсеһе дипломатик дәрәжәһенә эйә.
Тормош юлы
Баҡалы районының Ҡатай ауылында (хәҙерге Яңы Ҡатай) тыуған[1].
1973 йылда Ҡазан дәүләт университетының юридик факультетын ҡыҙыл диплом менән тамамлай.
1974 йылда Минск ҡалаһында СССР Дәүләт хәүефһеҙлек комитетының Юғары курстарын тамамлай.
1974—1989 йылдарҙа Мари АССР-ының Дәүләт хәүефһеҙлек комитеты органдарында хеҙмәт итә, 1980—1989 йылдарҙа — оператив бүлектең етәксеһе; полковник.
1988 йылда СССР Фәндәр академияһының Дәүләт һәм хоҡуҡ институтында «Халыҡ-ара хоҡуҡи көрәш дәүләт терроризмына ҡаршы» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1989—1994 йылдарҙа махсус фәндәр кафедраһы мөдире, Белоруссияның Милли хәүефһеҙлек институтының фәнни эш буйынса урынбаҫары вазифаларын биләй.
1993 йылда халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай — юридик фәндәр докторы.
1994 йылдан — профессор.
1994 йылда — Белоруссия Республикаһы Президентының ярҙамсыһы.
1995 йылдың 15 июленән — Белоруссия Республикаһы Президенты секретариатының етәксеһе — Белоруссия Республикаһы Президентының беренсе ярҙамсыһы[2].
1998 йылдың 4 декабренән 2000 йылдың 27 ноябренә тиклем — Белоруссия Республикаһының сит ил эштәре министры — Белоруссия Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары[3][4].
2003 йылдың 29 апрелендә Белоруссия ат спорты федерацияһының президенты итеп һайлана.
2000 йылдың 27 ноябренән — Белоруссия Республикаһы Хәүефһеҙлек Советының дәүләт секретары — Белоруссия Республикаһы Президентының милли хәүефһеҙлек буйынса ярҙамсыһы[5].
2001 йылдың 12 сентябренән 2004 йылдың 29 ноябренә тиклем — Белоруссия Республикаһы Президенты Администрацияһы етәксеһе[6][7].
2006 йылдың ғинуарынан — «Лукойл-Беларусь» ИП-ның консультатив советы рәйесе.
2009 йылда «Директ Менеджмент» компанияһын етәкләй.
Запастағы полковник. Халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса бер нисә фәнни хеҙмәт авторы.
Нашрадалары
- Мари АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1987);
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (22 ноябрь 2004, Белоруссия) — «дәүләт идараһы органдарында емешле эшмәкәрлеге, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге, дәүләттәр араһында дуҫ мөнәсәбәттәрҙе һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн»[8];
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (2021, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй)[9];
- Белоруссия Республикаһы Милли йыйылышының Почёт грамотаһы (26 февраль 2001) — «дәүләт-ара һәм парламент-ара бәйләнештәрҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн»[10].
Ғаилә
Өйләнгән, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләгән. Инглиз һәм француз телдәрен белә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Уральский хребет ломаться не спешит. БелГазета (6 август 2001). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ О назначении У. Р. Латыпова руководителем секретариата Президента Республики Беларусь — первым помощником Президента Республики Беларусь. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ О назначении У. Р. Латыпова Министром иностранных дел Республики Беларусь — Заместителем Премьер-министра Республики Беларусь. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ Об освобождении У. Р. Латыпова от должности Заместителя Премьер-министра Республики Беларусь — Министра иностранных дел Республики Беларусь. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ Указ Президента Республики Беларусь от 27 ноября 2000 г. № 623. Национальный центр законодательства и правовой информации Республики Беларусь. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ Указ Президента Республики Беларусь от 12 сентября 2001 г. № 491. ЭТАЛ-ОНЛАЙН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ Указ Президента Республики Беларусь от 29 ноября 2004 г. № 585. ЭТАЛ-ОНЛАЙН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ Указ Президента Республики Беларусь от 22 ноября 2004 года № 570. Национальный правовой Интернет-портал Республики Беларусь. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ Радий Хабиров наградил орденом Дружбы народов выдающегося госдеятеля Беларуси, уроженца Башкортостана Урала Латыпова. Глава Республики Башкортостан (7 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
- ↑ Постановление Президиума Совета Республики Национального собрания Республики Беларусь от 26 февраля 2001 г. № 26-ПСР2. Национальный центр законодательства и правовой информации Республики Беларусь. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2026.
Әҙәбиәт
- Калинин Г. С., Мочаев В. А. Латыпов Урал Рамдракович // Марийская биографическая энциклопедия. — 2017. — С. 249.