Лешков Вадим Евгеньевич

Лешков Вадим Евгеньевич (5 февраль 1984 йыл) — «Ағиҙел» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры (2013 йылдан). Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградланған. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1][2][3].

undefined

Биографияһы

Вадим Евгеньевич Лешков 1984 йылдың 5 февралендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуа. Юғары белемде Өфө дәүләт нефть техник университетында ала (2006)[3].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Благовещен ҡалаһындағы «ПОЛИЭФ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә аппаратсы булып башлап, инженер-технолог, цехтың алмаш мастеры баҫҡыстарын үтә.

2008—2012 йылдарҙа участка начальнигы, баш инженер була.

2013 йылдан — «Ағиҙел» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Благовещен район советы депутаты була. 2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Ғаиләһе

Өйләнгән, ҡыҙ үҫтерә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт һәм инновациялар сәйәсәте министрлығының Почет грамотаһы (2023)[4]
• Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының Почет грамотаһы[2].