Лигур диңгеҙе

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Лигур диңгеҙе
Mar Tirreno - panoramio.jpg
УрынлашыуыУрта диңгеҙ 
Майҙаны15 мең км²
Иң ҙур тәрәнлек2546 м
Уртаса тәрәнлек1200 м
Урта диңгеҙ
Точка
Лигур диңгеҙе
Лигур диңгеҙе
Лигур диңгеҙе
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Лигур диңгеҙе (лат. Mare Ligusticum, франц. mer Ligure, итал. mar Ligure, лиг. Mâ Ligure) — Корсика менән Эльба утрауҙары һәм Генуя ҡултығы яр буйы араһындағы Урта диңгеҙҙең бер өлөшө.

Диңгеҙ атамаһы Рона йылғаһы үҙәнендә йәшәгән боронғо лигур ҡәбиләһе этнонимынан барлыҡҡа килгән.

Франция, Монако һәм Италияның ярҙарын йыуа. Майҙаны — 15 мең км², уртаса тәрәнлеге — 1200 м, максималь тәрәнлеге — 2546 м. Һыу артымы ярым тәүлекле һәм 0,3 м тәшкил итә. Һыу температураһы — ҡышын 13 °C-тан — йәйен 23,5 °C-ҡа барып етә. Тоҙлолоғо — яҡынса 38 . Ярҙары башлыса текә һәм ҡаялы, ҡомло пляждарҙа осрай. Яр буйында билдәле Ривьера курорт районы урынлашҡан.

Төп порттары: Генуя, Савона, Специя (Италия), Ницца (Франция).