Лисовский Александр Николаевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святого Владимира 4-й степени орден Святой Анны 2-й степени орден Святого Станислава 2-й степени орден Святой Анны 3-й степени 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены
Эш урыны
Эшмәкәрлек төрө педагогика
Заты ир-ат
Рәсем
Тыуған көнө 21 ғинуар 1858({{padleft:1858|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Вафат булған урыны
Һөнәр төрө фольклорсы
Вафат булған көнө 1920
Тыуған урыны

Лисовский Александр Николаевич (21 ғинуар 1858 йыл1920 йыл) — фольклорсыһы, педагог, Өфө уҡытыусылар институтының беренсе директоры (1909—1917).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Александр Николаевич Лисовский 1858 йылдың 21 ғинуарында Полтавщинала дворяндар ғәиләһендә тыуған. 1878—1881 йылдарҙа И. И. Мечников исемендәге Одесса милли университетында (Новороссийск Император университетында) белем ала. Гимназиялар һәм прогимназиялар өсөн боронғо тел белгесе һөнәренә эйә була.

1881 йылдың 21 авгусынан алып Өфө гимназияһында латынь телен уҡыта һәм класс тәрбиәсеһе (остаз) була. Иң яҡшы уҡытыусы дәрәжәһенә өлгәшеп, 1886 йылда 8 класс чины — коллеж асессоры дәрәжәһе ала. 1887 йылдан — 7 класс чины (надворный советник) бирелә. 1892 йылдан — 6 класс чинына (коллежский советник) чинына, 1894 йылдан 5 класс чинына (статский советник) өлгәшә. 1898 йылда Өфө Мариин ҡыҙҙар гимназияһының педагогик советының рәйесе итеп тәғәйенләнә. 1909 йылдың 1 июленән 1917 йылға тиклем яңы асылған Өфө уҡытыусылар институтына (буласаҡ Башҡорт дәүләт университеты) директоры вазифаһына тәғәйенләнә.

Александр Николаевич Лисовскийға барлыҡ ойоштороу эштәрен башҡарырға тура килә: уҡыу-уҡытыу процестарын, факультатив предметтарҙы асыҡлау, китапхана булдырыу, уҡыу әсбаптарын табыу, институт бинаһын төҙөү, Халыҡ мәғарифы министрлығында студенттарға стипендия юллау һәм башҡалар. Бигерәк тә институтта һүрәт эшләү кабинетын булдырыуға күп иғтибар бүлә. Шәхси өлгөһө менән уҡыусыларына дини һәм әхлаҡи тәрбиәсе-остаз булып дан ала.

1917 йылда директор вазифаһына Я. С. Яворский тәғәйенләнә. А. Н. Лисовский педагогика буйынса уҡытыуға күсә. 1917 йылғы революцияға институт етәкселеге иғтибар итмәй, үҙ бурыстарын үтәүен дауам итә.

А. Н. Лисовский 1920 йылда вафат була.

Уҡыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Михайлов М. Л., Бук Н. К.,Кларк П. И., (народоволецтар)
  • Шоуэр М. М., Газендуш К. К.(марксистар)
  • М. В. Нестеров (рәссәм),
  • Тереғолов А. Б. (табиб),
  • Заварицкий А. Н. (геолог)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены (1887)
  • 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены (1893)
  • 2-се дәрәжә Изге Станислав ордены (1896)
  • 2-се дәрәжә Изге Анна ордены (1902)
  • 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены (1906)
  • «В память царствования императора Александра III» көмөш миҙалы (1897)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ю. В. Ергин У истоков университетского образования. Очерки об истории Башкирского государственно университета. Уфа. 2004.
  • Ю. В. Ергин «Лисовский Александр Николаевич 1858—1920» сер. Деятели народного образования. Научное издание. Уфа, 2008.