Нестеров Михаил Васильевич
Михаил Васильевич Нестеров | |
---|---|
| |
Тыуған көнө | 19 май 1862 |
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы Ырымбур губернаһы Өфө ҡалаһы |
Вафат көнө | 18 октябрь 1942 (80 йәш) |
Вафат урыны | СССР, Мәскәү ҡалаһы |
Подданство | Рәсәй империяһы |
Гражданлығы | СССР |
Жанр | тарихи сюжет, портрет |
Уҡыу йорто | Московское училище живописи, ваяния и зодчества, Императорская Академия художеств |
Стиль | Модерн |
Наградалары | |
Маҡтаулы исемдәре |
Хата: рәсем дөрөҫ түгел йәки юҡ |
Премиялары | |
Имзаһы | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Нестеров Михаил Васильевич (19 май 1862 йыл — 18 октябрь 1942 йыл) — рәссам, Һынлы сәнғәт академигы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, (1942), I дәрәжә Сталин премияһы лауреаты.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Михаил Васильевич Нестеров 1862 йылдың 19 майында Өфөлә сауҙагәр ғаиләһендә тыуған. Мәскәү живопись, һынлы сәнғәт һәм архитектура училищеһында (1877—1881 һәм 1884—1886) В. Г. Перов, А. К. Саврасов, И. М. Прянишниковта, Петербург сәнғәт академияһында (1881—1884) П. П. Чистяковта уҡый. 1889 йылдан экспонент, 1896 йылдан Передвижниктар ширҡәте ағзаһы. Башлыса Мәскәүҙә йәшәй (1890—1910 йылдарҙа — Киевта). Рәссамдың тәүге эштәре передвижниктар рухында яҙылған, иллюстратор булараҡ күп эшләгән.
«Дәрүиш», «Үҫмер Варфоломейға Илаһи зат күренеүе» картиналарында (икеһе лә Третьяков галереяһында) Нестеровтың кешенең эске донъяһы менән ҡыҙыҡһыныуы тулы сағылыш таба. Рәссам 1942 йылдың 18 октябрендә Мәскәүҙә вафат була.
Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Совет осоронда Михаил Нестеров ижадының реализм башланғысы яңы үҫеш ала. Ул фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең һоҡландырғыс образдарын ижад итеп, башлыса, портретист булараҡ эшләй. Был, нигеҙҙә, 1930-сы йылдар портреттары (П. Д. һәм А. Д. Кориндар — 1930, А. Н. Северцов — 1934, И. Д. Шадр — 1934, С. С. Юдин — 1935, И. П. Павлов — 1935, СССР Дәүләт премияһы — 1941; К. Г. Держинская — 1937, Е. С. Кругликова — 1938, В. И. Мухина — 1940 — барыһы ла Третьяков галереяһында) рәссамды социалистик реализм живописының күренекле оҫталары рәтенә сығара. Портреттарға картина формаһы камиллығы, композицияның гармониялы, асыҡ төҙөлөшө, күләм һәм киңлекте аныҡ һынландырыу хас. Нестеров лирик пейзаж оҫтаһы булараҡ та эшләүен дауам итә («Ауылда көҙ», 1942, Третьяков галереяһында). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған. Михаил Васильевич Өфөнө бик ныҡ яратҡан, унһыҙ йәшәй алмаған. Бында ул йылына ике, өс тапҡыр килеп киткән. Уны бында әсәһе Мария Михайловна, атаһы Василий Иванович һәм яратҡан апаһы Александра Васильевна һағынып көтөп алған.
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2017 йылдың ноябрендә Башҡортостанда һынлы сәнғәт һәм сәнғәт фәне өлкәһендә Михаил Нестеров исемендәге дәүләт премияһы булдырылды[1].
- 2015 йылда Михаил Нестеровтың тыуыуына 155 йыл тулыу Өфөлә киң билдәләнде[2].
- Башҡортостан дәүләт художество музейына Михаил Нестеров исеме бирелгән.
- 2015 йылдың 11 декабрендә Өфөлә М. В. Нестеровҡа һәйкәл асылған[3].
- Баш ҡалала Нестеров скверы бар.
- Ленин урамында рәссамдың йорто торған урынға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2012)[2].
- 2012 йылда рәссамдың быуат ярымлыҡ юбилейы билдәләнгән көндәрҙә Өфөлә бөтә Рәсәй күргәҙмәһе ойошторолдо[2].
- «Михаил Нестеров. Неизвестные страницы творчества» тигән китап донъя күрҙе (2012)[2].
- 1962 йылда СССР-ҙа Михаил Нестеровҡа арналған почта маркаһы сығарыла.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Рөстәм Хәмитов Нестеров премияһын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. , 2017, 21 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 24 ноябрь 2017)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Өфөлә Михаил Нестеровтың тыуыуына 155 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр. , 2017, 1 июнь (Тикшерелеү көнө: 4 июнь 2017)
- ↑ Өфөлә рәссам Михаил Нестеровҡа һәйкәл асылды — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 11 декабрь
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нестеров: воспоминания художника, биография, жизнь, живопись, графика, картины, рисунки
- Нестеров Михаил Васильевич. Биография и творчество художника на Artonline.ru 2007 йылдың 5 ноябрь көнөндә архивланған.
- Нестеров: биография и картины
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 150 с. ISBN 5-295-02294-3. Ленина улица, 16. Памятный знак на месте дома, где родился и жил Нестеров М. В.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нестеров Михаил Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 май 2021)
- Смирнов А. Өфөлә рәссам Михаил Нестеровҡа һәйкәл асылды»date=2015-12-11 . «Башинформ». Дата обращения: 11 декабрь 2015.
- М. В. Нестеров в Абрамцеве 2009 йылдың 21 август көнөндә архивланған.
- Фрески Нестерова на стенах Владимирского собора в Киеве. (Комплект антикварных открыток) 2011 йылдың 31 декабрь көнөндә архивланған.
- М. В. Нестеров. «Давние дни»
- 19 майҙа тыуғандар
- 1862 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- 18 октябрҙә вафат булғандар
- 1942 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Сталин премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса рәссамдар
- XIX быуат рәссамдары
- XX быуат рәссамдары
- Рәсәй империяһы рәссамдары
- СССР рәссамдары
- Передвижниктар
- Өфө рәссамдары