Лопатина Зоя Яковлевна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 14 июнь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (92 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Һөнәр төрө һауынсы
Тыуған урыны

Лопатина Зоя Яковлевна 14 июнь 1932 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Ҡырым өлкәһе Красногвардейский районының «Дружба народов» колхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зоя Яковлевна Лопатина 1932 йылда Курск өлкәһе Дмитриевский районының Глубый ауылында урыҫ колхозсылары ғаиләһендә тыуған.

11 йәшендә үк, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, Лопатина Зоя Яковлевна урындағы колхозда эшләй башлай һәм уға хужалыҡ буйынса ярҙам итә[1]. Һуғыш тамамланғандан һуң, Ҡырымға халыҡ күсереү программаһы башланғас, уларҙың ғаиләһе Красногвардейский районының Петровка ауылына күсеп килә. З. Я. Лопатина колхозда хеҙмәт итә башлай, төрлө йүнәлештәрҙә эшләй, шул иҫәптән, үгеҙ егеп, бойҙай, силос ташый.

1952 йылдан алып «Дружба народов» колхозында һауынсы булып эшләй. Етенсе биш йыллыҡ планын үтәү һөҙөмтәләре буйынса яҡшы эше өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә, һигеҙенсе биш йыллыҡтың эш һөҙөмтәләре буйынса Ленин ордены менән бүләкләүгә тәҡдим ителә[2].

1973 йылда һөт һауыу буйынса йыллыҡ планды алда үтәп сыға. Үҙенең ҡарамағындағы һәр һыйырҙан уртаса биш мең килограмм һөт һауып ала[3].

1973 йылдың 6 сентябрендә СССР Юғары Советы Президиумының Указына ярашлы ауыл хужалығында рекордлы күрһәткестәргә ирешкәне өсөн Зоя Яковлевна Лопатинаға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалытапшырыла.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герой йәшәгән торлаҡ йортта З. Я. Лопатина иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (1973)
  • ике Ленин ордены (08.04.1971, 06.09.1973)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (22.03.1966)
  • миҙалдар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]