Лошкарёв Геннадий Константинович
Тыуған көнө | 1 июль 1938 (86 йәш) |
---|---|
Һөнәр төрө | инженер |
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
Тыуған урыны | |
Уҡыу йорто |
Лошкарёв Геннадий Константинович (1 июль 1938 йыл) — хәрби инженер. «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткән өсөн» орденының тулы кавалеры. 1957 йылдан Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт иткән[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Геннадий Константинович Лошкарёв 1938 йылдың 1 июлендә Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы Киләй ауылында тыуған. 1955 йылда 3-сө Баҡалы урта мәктәбен, артабан 1961 йылда Төмән хәрби-инженер команда училищеһын тамамлаған.
1974 йылда В. В. Куйбышев исемендәге Хәрби-инженер академияһын тамамлаған.
Афғанстанда барған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы (1982—1984).
1961—1970 йылдарҙа взвод командиры, төркөм начальнигы ярҙамсыһы, Төмән хәрби-инженер команда училищеһы начальнигы ярҙамсыһы.
1974—1981 йылдарҙа Мәскәү хәрби округындағы 24-cе уҡыу танк дивизияһының инженер хеҙмәте начальнигы, командир урынбаҫары, Прибалтийский хәрби округының 9-сы инженер-сапёр полкы командиры.
1982 йылдан Афғанстанда хәрәкәт иткән 40-сы армияның 45-се инженер-сапёр полкы командиры.
1984 йылдан В. В. Куйбышев исемендәге академия преподавателе, кафедра начальнигы.
1990 йылдан запаста. «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткән өсөн» орденының 1-се (1984), 2-се (1981) һәм 3-сө (1980) дәрәжәләре кавалеры.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткән өсөн» орденының тулы кавалеры
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Лошкарёв Геннадий Константинович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лошкарёв Геннадий Константинович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2022)