Лоҡманов Альберт Рәүф улы

undefined

Биографияһы

Альберт Рәүф улы Лоҡманов 1971 йылдың 10 авгусында Донецк өлкәһенең (хәҙер — Донецк Халыҡ Республикаһы) Константиновка ҡалаһында тыуа.

Башҡорт дәүләт университетының Физика-математика факультетын тамамлай (1993). Хеҙмәт эшмәкәрлеген йылдарҙа «Гермес-союз» транснациональ нефть компанияһы акционерҙар йәмғиәтенең Урал вәкиллегендә Фонд баҙары эксперты булып башлай (1993—1994).

Бер ни тиклем «Зенит» инидивидуаль шәхси предприятиеһында директор урынбаҫары булып эшләп ала, һуңынан 1995 йылға тиклем «Союз» Башҡортостан инвестиция компанияһы ябыҡ типтағы акционерҙар йәмғиәте идарасыһы була.

1995—1997 йылдарҙа «БашКредитБанк» республика инвестиция-кредит банкыһында стажер, иҡтисадсы, Инвестициялар идаралығының ҡиммәтле ҡағыҙҙар бүлегенең 1-се категория иҡтисадсыһы, Ҡиммәтле ҡағыҙҙар идаралығының бурыс йөкләмәләре бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы, бүлек етәксеһе булып эшләй. Бер үк ваҡытта Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтында уҡып, иҡтисадсы һөнәре алып сыға (1997).

Һуңынан бер йыл самаһы «Интеллект» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры, 1998 йылда бер нисә ай «Нефтегазинвест» Инвестиция компанияһы ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең финанстар буйынса генераль директоры урынбаҫары була.

1998 йылдан 2000 йылға тиклем — «Башкиргаз» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең ҡиммәтле ҡағыҙҙар бүлеге начальнигы.

Ярты йыл самаһы «Башкиргазинвест» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры директоры була, был вазифала 2009 йылға тиклем яраштырыу буйынса эшләй. Бер үк ваҡытта 2000 йылдан 2004 йылға тиклем «Башкиргаз» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең финанс идаралығы начальнигы. Ошо арала Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһын тамамлап (2002), нефть-газ бизнесы менеджеры һөнәренә эйә була.

2004—2020 йылдарҙа — «Башкиргаз», һуңынан «Газпром межрегионгаз Уфа» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең иҡтисад һәм финанстар буйынса генераль директоры урынбаҫары. Бер үк ваҡытта Өфө дәүләт нефть техник университетында газ-неыть һаҡлағыстарын проектлау һәм ҡулланыу һөнәренә уҡый (2019).

2020 йылдан алып — «Газпром межрегионгаз Уфа» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Ғаиләһе

Өйләнгән, ике ҡыҙ тәрбиәләй[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• «Газпром межрегионгаз» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең Почёт грамотаһы (2023)
• Салауат Юлаев ордены (2021)
• «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Рәхмәте (2021)
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2013)
• «Межрегионгаз» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең Почёт грамотаһы (2007)[2][1].

Һылтанмалар