Маврин Алексей Анатольевич
Маврин Алексей Анатольевич (22 ғинуар 1981 йыл) — Рәсәй эшҡыуары, «Опека» компанияһына нигеҙ һалыусыһы һәм уның директорҙар советы рәйесе.
Биографияһы
Алексей Анатолий улы Маврин 1981 йылдың 22 ғинуарында Ленинград ҡалаһында тыуған. 2004 йылда Санкт-Петербург дәүләт диңгеҙ техник университетын «карап төҙөү» һөнәре буйынса тамамлай[1]. Ирекмәнлек (русса волонтёрство) менән шөғөлләнә[2], унда алынған тәжрибәһен үҙенең бизнесын асҡанда ҡуллана. Ул асҡан ойошма «Всегда рядом» тип атала, был ойошма оло йәштәгеләргә уңайлыҡтар тыуҙыра[3]. Оҙаҡламай ойошма үҙ пансионатын аса, ә 2011 йылда «Опека» социаль үҙәк составына инә. Компанияның директорҙар советы рәйесе — Маврин. Үҙ ҡарамағында 8 пансионат булған «Опека» Рәсәйҙә шәхси «Оло йәштәгеләр йорттары» селтәрен тотоусы һәм хеҙмәтләндереүсе иң ҙур компания иҫәпләнә.[4].
2014 йылда, «Социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә ҙур өлөш өсөн» категорияһында беренсе урын алып, «Яҡшылыҡ импульсы» премияһына лайыҡ була [5]. Ошо уҡ йылда Маврин «Шеф-прорыв» наминацияһында перербургтың абруйлы «Шеф Года» тигән бизнес-наградаһын ала [6]. 2012 йылда[7] Маврин — оло йәштәгеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу мәсьәләренә арнап Дмитрий Медведев үткәргән кәңәшмәлә ҡатнашҡан эшҡыуарҙарҙың береһе[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Маврин Алексей Анатольевич. Мир старшего поколения. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015. 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған.
- ↑ Екатерина Ненашева. Коляска-вездеход и летающие звери. 5 историй социальных предпринимателей. Сноб (3 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015.
- ↑ Надежда Старовойтенко. Заботливый бизнес. Деловая среда (31 май 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015. 2015 йылдың 9 май көнөндә архивланған.
- ↑ Мария Кригер. Хорошее отношение к старикам // Эксперт. — 2014. — № 26. — С. 29-31.
- ↑ «Импульс добра»-2014. Фонд «Беҙҙең киләсәк (фонд)». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Выбрали лучших шефов года! Cheif Time. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015. 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған.
- ↑ Дмитрий Медведев провел совещание в Доме ветеранов. Город+ (18 декабрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015. 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған.
- ↑ Председатель совета директоров СГЦ «Опека» принял участие в совещании по вопросам улучшения качества жизни пожилых людей. «Опека». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015. 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған.