Биографияһы
Магда Франк 1914 йылдың 20 июлендә Австро-Венгрия Трансильвания провинцияһы Коложвар ҡалаһында (хәҙерге Румынияның Клуж-Напока ҡалаһы) тыуған.
Будапешт ҡалаһында башта Нәфис сәнғәт мәктәбендә, һуңынан Биҙәү-ҡулланма сәнғәте колледжында скульптор һөнәренә уҡый. Таш, ағас һәм металл материалдары менән эшләй. Фашистарҙан ҡурҡып Венгриянан Швейцарияға китә. Бер нисә йыл үткәс Парижда Жюльен академияһында белем ала.
1950 йылда Аргентинаның баш ҡалаһы Буэнос-Айресҡа күсә, бында туғандарынан берҙән-бер тере ҡалған ағаһында йәшәй. Буэнос-Айрестың һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡыта. Аргентинала уның үҙ художестволы стиле тулыһынса формалаша, уны ижадында Колумбҡа тиклемге Америка сәнғәте сағылыш таба. 1953 йылда Генри галереяһында тәүге күргәҙмәһе уҙа. Шулай уҡ уның әҫәрҙәре Писарро галереяһында күрһәтелә[4]. Аргентинала бер нисә сәнғәт өлкәһендәге премияларға лайыҡ була.
1960-сы йылдар башында Парижға күсә, Аргентинаға йәнә 1995 йылда әйләнеп ҡайта һәм Буэнос-Айрестың Сааведре районында үҙенең йорт-музейына нигеҙ һала.
2010 йылдың 23 июнендә Буэнос-Айреста вафат була[5].
Хәҙерге ваҡытта Магда Франктың әҫәрҙәре Париждағы Хәҙерге заман сәнғәте дәүләт музейында, Буэнос-Айрестағы нәфис сәнғәт милли музейында һәм башҡа музей фондтарында һаҡлана.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Magda Frank // https://pantheon.world/profile/person/Magda_Frank
- ↑ Magda Frank // Benezit Dictionary of Artists (ингл.) — OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
- ↑ Bibliothèque nationale de France Autorités BnF (фр.): асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
- ↑ Artistas húngaros (билдәһеҙ). Gobierno de la Ciudad de Buenos Aires - Dirección General de Relaciones Institucionales. Secretaría General. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2014. 2014 йылдың 6 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Murió la reconocida escultora Magda Frank (Spanish) (June 24, 2010). 1 февраль 2014 тикшерелгән. 2018 йылдың 3 апрель көнөндә архивланған.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |